+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
18 Ноябрь 2016, 16:57

Асыҡ ишектәр көнө

18 һәм 19 ноябрҙә Һалым инспекцияһы һалым түләүселәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара.

18 һәм 19 ноябрҙә Һалым инспекцияһы һалым түләүселәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғара.
Сара барышында физик шәхестәргә һалынған милек, транспорт, ер һалымдарына ҡағылышлы, һалым ставкалары һәм ташламалар тураһында бар белешмәләрҙе лә алырға мөмкин.
Һалым түләү ҡағыҙҙарындағы дөрөҫ түгел мәғлүмәттәр асыҡланған осраҡта, теләүселәр шунда уҡ һалым инспекцияһына ғариза яҙа ала.
Белгестәр һалым буйынса граждандарҙы ҡыҙыҡһындырған башҡа һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Шулай уҡ Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең онлайн-сервистарына керергә ярҙам итәсәктәр.
Һеҙҙе 18 ноябрҙә 8-00-дән 20.00 сәғәткә һәм 19 ноябрҙә 10.00-дән 15.00 сәғәткә тиклем Красноусол ауы-лы, Октябрь урамы, 2а һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 34 адрестары буйынса көтөп ҡалабыҙ.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең
Башҡортостан Республикаһы буйынса
3-сө район-ара инспекцияһы.
Читайте нас: