+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
12 Декабрь 2016, 20:32

Байрам кәйефен боҙмайыҡ

Тиҙҙән Яңы йыл байрамы етә. Балаларҙың кеме генә өйөндә байрамға шыршы ултыртып, матур итеп биҙәүҙәрен теләмәй икән?

Беҙҙең районда Яңы йыл шыршыларын әҙерләп һатыу "Ғафури урман хужалығы" БР Дәүләт автономлы учреждениеһына рөхсәт ителгән. Ойошма шыршыларҙы күмәртәләп тә, берәмләп тә һата.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының федераль урман һәм янғын күҙәтеүе Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлеге тарафынан яңы йыл алды осоронда ылыҫлы йәш ағастарҙы һаҡлау, уларҙы законһыҙ ҡырҡып, һатыу осраҡтарын булдырмау маҡсатында саралар планы эшләнде, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районындағы бүлеге менән берлектәге рейдтар уҙғарыла башланы.

Граждандар иғтибарына шуны ла еткереү урынлы булыр: ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, йәш шыршы, пихта һәм ҡарағай ағастарын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға штраф 3 мең һумдан 4 мең һумғаса булһа, вазифалы кешеләргә 20-нән 40 мең һумғаса, ә юридик берәмектәргә ул 200 - 300 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, тәбиғәткә килтерелгән зыян да ҡаплатылырға тейеш. Законһыҙ ҡырҡылған бер төп йәш шыршы һәм ҡарағай 2500 һум һәм унан күберәк тип баһалана, ә бына беҙҙең районда башлыса тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән урындарҙа ғына үҫкән пихта 4500 һум һәм унан юғарыраҡ "тора". Законһыҙ ағас киҫеүҙә берәй техника йәки ҡорамал ҡулланылған булһа инде, административ штраф күләме тағы ла арта. Ә "эш ҡоралдары" тартып алына. Зыян күләме 5 мең һумдан ашып китә икән, закон боҙоусыға ҡарата енәйәт эше асыла.

Әйткәндәй, беҙҙең районда пихта үҫентеләрен ҡырҡыу бөтөнләй ярамай. Шуға ла Толпар ауылы һәм яҡын-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр, иғтибарлыраҡ булығыҙ!

Законһыҙ ағас киҫкәндәрен күрһәгеҙ, 2-25-74 телефонына шылтыратып хәбәр итегеҙ. Яңы йыл менән!

М.АРЫҪЛАНОВ,

БР Урман хужалығы министрлығының федераль урман һәм янғын күҙәтеүе Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлеге начальнигы урынбаҫары.
Читайте нас: