-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
21 Декабрь 2016, 21:09

Наркотиктарға ҡаршы реклама

5 декабрҙән 2017 йылдың 25 ғинуарына тик-лем сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған, наркотиктарға ҡаршы йүнәлештәге социаль рекламаға конкурс иғлан ителде.

Төбәк һәм федераль этапта уҙғарылған конкурста айырым кешеләр, коллективтар, электрон һәм баҫма матбуғат саралары, коммерциялы булмаған ойошмалар, йәштәр, ирекмәндәр (волонтер) хәрәкәттәре ҡатнаша ала.

Конкурстың ойоштороусылары - РФ субъекттарындағы Рәсәй Эске эштәр министрлығының наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлексәләренең территориаль органдары. Конкурсҡа ебәрелгән эштәр- плакат макеттары, күргәҙмә таратыу материалдары CorelDraw йәки Adobe Photoshop программаларында эшләнгән һәм баннер-билбордтың тәғәйенләнешен, исемен күрһәтеп А4 форматындағы ҡағыҙҙа тапшырыла. Видеороликтар цифрлы форматта булырға тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәтте район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте секторына 2-12-96, 8-965-642-83-92 телефондарына шылтыратып белешергә була.