+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
24 Октябрь 2017, 16:56

Нимә ул мутлашыу?

“Мутлашыу (алдашыу) – ул сит мөлкәтте урлау йәки алдаҡ юл менән йәки кешенең ышанысына инеп сит мөлкәтте алыу хоҡуғына эйә булыу”, - ошолай тиелә РФ Енәйәт Кодексының 159-сы статьяһында. Бындай енәйәт төрөнә яза күп факторҙарҙан тора – килтерелгән зыян күләменән алып енәйәтсенең енәйәттәштәре булыуына тиклем.

“Мутлашыу (алдашыу) – ул сит мөлкәтте урлау йәки алдаҡ юл менән йәки кешенең ышанысына инеп сит мөлкәтте алыу хоҡуғына эйә булыу”, - ошолай тиелә РФ Енәйәт Кодексының 159-сы статьяһында. Бындай енәйәт төрөнә яза күп факторҙарҙан тора – килтерелгән зыян күләменән алып енәйәтсенең енәйәттәштәре булыуына тиклем.

Мутлашыу – бөгөнгө көндә милек енәйәттәренең иң киң таралған формаһының береһе. Мобиль телефон аша яҡын кешеңдең ҡулға алыныуы һәм уны бары тик ришүәт кенә ҡотҡарыуы, “собес”тан иҫке аҡсаларҙы яңыға алмаштырырға килеүҙәре һәм башҡалар хаҡында шылтыратһалар... 10-15 йыл элек әҙерләнгән ошондай иҫке схемалар бөгөн дә яҡшы эшләй. Ғөмүмән, мутлашыусылар бер урында ғына тормай, енәйәттең яңы схемаларын, мәҫәлән, банк карталары менән мутлыҡтар, Интернет, шул иҫәптән социаль селтәрҙәр аша ҡылыныусы мутлашыуҙар уйлап таба.

Пенсионерҙарға ҡарата мутлашыуҙар

Пенсионерҙар – граждандарҙың айырыуса ышаныусан һәм рәнйеүсән категорияһы. Тап улар мутлашыусылар ҡорбандарының иң ҙур өлөшөн тәшкил итә лә инде. Бындай енәйәттәр йыш ҡына асылмай ҡала, сөнки өлкәндәр енәйәтселәрҙең йөҙөн иҫтәрендә насар ҡалдыра. Ғәҙәттә аферистар ҡайһы бер пенсионерҙар байрамға өҫтәп түләүҙәр йәки аҙыҡ-түлек заказдары алған Яңы йылда, Еңеү байрамында һәм ҡала көндәрендә әүҙемләшә. Ҡайһы ваҡыт енәйәтселәр үҙҙәрен кешелә шик тыуҙырмаған социаль, коммуналь хеҙмәттәр, ТСЖ кеүек ойош-

малар хеҙмәткәрҙәре тип таныта. Улар үҙҙәрен шул тиклем ышаныслы тота, шундай хеҙмәткәр ебәрелеү-ебәрелмәүе хаҡында асыҡлап шылтыратырға бер кемдең башына ла килмәй хатта.

Аферистар йыш ҡына үҙ ҡорбандары фатирына Пенсия фонды йәки социаль хеҙмәткәрҙәр тип танытып астырып инә. Енәйәтселәр үҙ эштәренең схемаһын төҙөп кенә ҡалмай, ә уйлап сығарыуҙарын актуалләштерергә теләп, илдәге хәл-торошто ла күҙәтеп баралар. Мәҫәлән, һайлау көндө “илдәге сәйәси хәлдең үҙгәреүе һәм буласаҡ реформа уңайынан” иҫке аҡсаларҙы яңыларына алмаштырыу тәҡдиме тыуыуы ихтимал. Ә Яңы йыл көндө почта күсермәһе хаҡын түләү, йәғни пенсионерға килгән ҡиммәтле бүләктең дәүләт пошлинаһын түләүҙе тәҡдим итеү.

Енәйәтселәрҙең йөҙө лә үҙгәрә. Зыян күреүселәр уларҙы йыш ҡына шикле “көньяҡ ҡунаҡтары” йәки сиғандар итеп һүрәтләй. Хәҙер фатирҙар буйлап яғымлы һәм ышанысҡа инеүсән 25-тән 40 йәшкә

тиклемге һәйбәт кейенгән һәм “славян төҫ-ҡиәфәтле” ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр йөрөй. Улар үҙҙәренә иғтибар йүнәлтмәҫ өсөн баҫҡыс майҙансыҡтарында түгел, ә фатирға инеп һөйләшеүҙе хуп күрә.

Эшкә яраҡлы граждандарҙы “төп башына ултыртыу”

Күп кенә осраҡта ниндәй ҙә булһа тауарҙы йәки хеҙмәтте баҙарҙағынан осһоҙораҡ хаҡҡа алырға теләүселәр алдаҡсыларҙың йәшерен ҡорбанына әүерелә лә инде. Айырыуса тауар һатып алыу-һатыу буйынса сайттар менән файҙаланыусылар полицияға йыш мөрәжәғәт итә. Ундайҙарҙың барыһының да хәле бер төрлө: улар Интернетта ниндәй ҙә булһа затлы тауарҙың уғата ҙур ташлама менән һатылыуы хаҡындағы иғланды күреп ҡалалар ҙа, иғлан биреүсе менән бәйләнешкә инеп, уның һорауы буйынса алдан аҡса күсерәләр. Бына ошоға ҡоролған да инде аҡсаны әҙерәк түләүгә өмөтләнеп, күбенән ҡолаҡ ҡағыуға алып килгән мутлашыу схемаһы.

Кеше алдауҙың йәнә бер яңы төрө – хеҙмәткәрҙәр йыйыу. Вакансиялар сайтында эшкә ҡабул итеү иғландары барлыҡҡа килә, мәҫәлән, хакимиәткә водитель талап ителә – эш хаҡы 60 мең һум. Кеше иғлан буйынса шылтырата, уны эшкә ҡабул итәсәктәрен – хеҙмәт кенәгәһе менән килеүен, шундуҡ рәсмиләштерәсәктәрен вәғәҙәләйҙәр. Гражданин унда барырға сыға, әммә юлда эш биреүсе уға коньяк, аҙыҡ-түлек һатып алыуын һәм телефонына аҡса һалыуын үтенеп шылтырата. Әлбиттә, уны бер кем дә коньяк менән көтөп тормай. Ошондай уҡ схема менән заказды үҙҙәре килтерергә әҙер торған ресторан курьерҙарын, картиналар, бал, сәскә һатыусыларҙы, шулай уҡ такси водителдәрен дә “төп башына ултырталар”.

Дарыуҙар һәм биоөҫтәлмәләр

Һуңғы йылдарҙа үҙҙәрен медицина хеҙмәткәрҙәре тип танытып, мутлыҡ ҡылыу осраҡтары популярлыҡ яуланы. Ошондай енәйәтселәрҙән пенсионерҙар ғына түгел, ә үҙҙәренең сәләмәтлектәре хаҡында ҡайғыртып, йыш ҡына поликлиникаға йөрөгән урта йәштәге кешеләр ҙә зыян күрә. Ҡағиҙә булараҡ, теге йәки был кешенең поликлиникала врачҡа (терапевҡа, шулай уҡ тар профилле белгестәргә лә) яҙылыу хаҡындағы мәғлүмәтте теләгән һәр кем белә ала – бының өсөн теркәлеү урыны (регистратура) янындағы журналға күҙ һалыу ҙа етә. Тап ошоноң менән аферистар, йәшерен ҡорбандары хаҡында мәғлүмәт йыйып, файҙалана ла инде, сөнки күптәр терапевт ҡабул итеүенән һуң анализ бирә.

Енәйәтселәр кешегә исеме һәм атаһының исеме менән өндәшеп, уның сирен белгертергә һәм дауаланыу өсөн ниндәй ҙә булһа дарыу йәки прибор тәҡдим итеп шылтыратырға мөмкиндәр. Билдәле, шифалы средствоны курьер аша һатып алыу тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә, “дарыуҙар”, ҡағиҙә булараҡ, ябай биоөҫтәлмәләр булып сыға.

Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн нимәне белергә кәрәк?

Поликлиниканан анализдарҙың насар булыуы хаҡында белдереп, ҡиммәтле дарыу һатып алыу тәҡдиме менән шылтыратыу факты үҙе үк шик тыуҙыра. Бер генә врачтың да кешенең сире хаҡында телефон аша хәбәр итергә хоҡуғы юҡ. Бындай шылтыратыу табип серен боҙоу булып тора - табип менән телефондан кеше үҙе һөйләшмәҫкә лә мөмкин бит. Ниндәй ҙә булһа тайпылыштар табылған осраҡта пациент ҡабул итеүгә саҡырылып, шул ваҡытта ғына уға сире хаҡында әйтелә.

Әгәр ҙә һеҙгә “ейәнегеҙ” йәки “улығыҙҙы” ҡотҡарып ҡалыу өсөн полиция хеҙмәткәренә ришүәт биреү талабы менән шылтыратһалар, башта, йәнәһе лә, был хаҡта һораусының үҙенә шылтыратығыҙ.

Үҙен социаль хеҙмәткәр тип танытҡан кешенең ысынлап та ул икәненә ышанмай тороп, уны өйөгөҙгә индермәгеҙ. Уның фамилияһын һәм телефонын һорарға кәрәк. “Башта һеҙҙе социаль бүлектән белешәм дә, шылтыратырмын”, - тип әйтегеҙ. Ҡағиҙә булараҡ, ошонан һуң бәйләнеш өҙөлә һәм мутлашыусы бәйләнешкә инмәй.

Әгәр ҙә һеҙ Интернеттағы иғлан аша нимәлер һатып алырға уйлайһығыҙ икән, тауарҙы алыуығыҙға гарантия алмай тороп, алдан аҡса ебәрмәгеҙ. Ә аҡсаны үҙе менән осрашҡас тапшырырға килешегеҙ.

Әгәр ҙә туғандарығыҙҙың кемеһелер “хәүеф төркөмө”ндә торһа (эскелек йәки наркотиктар менән мауыға, йә булмаһа психик тайпылышы булһа) һәм фатирҙа яңғыҙы ғына йәшәһә, улар менән даими рәүештә бәйләнеш тотоғоҙ. Нығыраҡ контролдә тотоу өсөн күршеләре менән танышығыҙ.

Һеҙгә таныш булмаған кешеләрҙең (йәшерен эш биреүселәрҙең йәки заказ биреүселәрҙең) үтенесе буйынса шәхси аҡсаларығыҙҙы иҫәп счеттарына, мобиль телефондарҙың абонент номерҙарына күсермәгеҙ, 100 процент осраҡта – был алдаҡ.

Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ҡарата енәйәт ҡылырға уйлау осрағында полицияға: 2-12-02, 02, 2-73-56 телефондары буйынса хәбәр итегеҙ.


Читайте нас: