Енәйәтселеккә ҡаршы тороу, халыҡ мәнфәғәтен һәм именлеген һаҡлау бурысын көслө ихтыярлы, оператив хеҙмәткәрҙәр генә башҡара ала. Ә инде законлылыҡ һаҡсыларының эшен ойоштороу, уны етәкләү кеүек үтә лә яуаплы бурыс ҡыйыу ҙа, тәүәккәл дә, булдыҡлы ла шәхестәргә йөкмәтелә. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан район эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры Ильяс Әхәт улы РӘХМӘТУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:
-Быйылғы байрам көнө эске эштәр хеҙмәткәрҙәре өсөн иҫтәлекле – Рәсәйҙә милиция хеҙмәте булдырылыуға 100 йыл. 92 кешене берләштергән район эске эштәр бүлеге – полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамды лайыҡлы ҡаршылай, тип әйтә алам. Эшмәкәрлегебеҙҙең һөҙөмтәлелеге нигеҙҙә башҡарылған эш йомғаҡтарына ярашлы баһалана. Йыл башынан оператив эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре буйынса ыңғай һөҙөмтәләр күҙәтелә. Дөйөм тырышлыҡ менән районда енәйәтселекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметеүгә өлгәшелде. Бөгөнгө көнгә граждандарҙан 361 ғариза һәм мөрәжәғәт ҡабул ителде, уҙған йыл менән сағыштырғанда 23 фактҡа күберәк булды.Теркәлгән енәйәттәрҙе асыу кимәле лә 78,7 проценттан 81 процентҡа артыуы күҙәтелде. Енәйәт ҡылыу осраҡтарының күпселеге урлашыуҙар булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фатирға төшөү, эскән килеш руль артына ултырыу кеүек енәйәт ҡылыуҙар күбәйә. Йыл башынан эскән хәлдә ҡабаттан рулгә идара иткән 31 водитель (былтырғы менән сағыштырғанда 8-гә күберәк) асыҡланып, енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Көнкүрештә енәйәт ҡылыу осраҡтарының, йәғни ауыр тән йәрәхәттәре һалыуҙың – 115, үлтереү менән янауҙың 47 (8-гә күберәк) осрағы теркәлде. Законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлауҙың – 5, мутлашыуҙың – 13, законһыҙ наркотик һаҡлау, әҙерләүҙең 6 осрағы асылды.
Беҙгә әлегә енәйәттәрҙе асыҡлау ғына түгел, уларҙы булдырмау йүнәлешендә лә күп көс түгәһе бар. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күрһәтеүсе һандар аталды, улар артында эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ һәм хәүефле хеҙмәте ята. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһы дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереүен билдәләп үтергә кәрәк. Байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле һәм оператив эшләүселәрҙең бер нисәүһен атап үтергә кәрәктер. Патруль-пост хеҙмәтенән взвод командиры Илмир Байбулдин, йәш тикшереүсе (следователь) Вадим Бохармәтов, тәүтикшереүсе (дознаватель) Светлана Ғирфанова, кинолог Урал Күскилдин, енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһенән Айрат Ғәббәсов, өлкән оперуполномоченный Динар Мөхәрмәтов, кадрҙар бүлеге инспекторы Зөбәйҙә Садиҡова, участка уполномоченныйҙары бүлексәһе начальнигы Илшат Кинйәбулатов, участка уполномоченныйы Руслан Мөстәҡимов, ЮХХДИ-ның юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы Илдар Хөсәйенов, штабтан Ирик Сәғитуллин һәм башҡалар. Быйыл бүлек йәш хеҙмәткәрҙәр менән тулыланды.
Бөгөнгө байрам көнөндә беҙ ветерандарыбыҙҙы айырыуса оло ихтирам менән телгә алып үтергә тейешбеҙ. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең һөнәри белемдәре һәм бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙа тос ярҙамдарын тоябыҙ. Бүлектең ветерандар советы рәйесе, отставкалағы милиция майоры К.Ф.Хәлитов етәкселегендә ағзаларҙан отставкалағы милиция майорҙары А.Ф.Калачигин, Ә.Ә.Ноғайғолов, В.Н.Рябов, Н.Ә.Һатлыҡов, отставкалағы милиция капитаны, өлкән лейтенанты, прапорщигы М.Х.Латипов, М.М.Шәйәхмәтов, В.С.Уреневтар бөгөн дә бүлектең йәш хеҙмәткәрҙәрен тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эш алып барыуҙы дауам итә.
Ни генә тиһәң дә, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең ауыр һәм емешле хеҙмәтен уңышлы алып барыуы ғаилә ағзаларының аңлап ҡабул итеүенән һәм таянысынан, ҡатындары булдырған өйҙәге тәртип һәм уңайлылыҡтан, тейешле шарттарҙан да тора.
Бөтә личный составты, бүлек ветерандарын, уларҙың ғаилә ағзаларын һөнәри байрамыбыҙ - Рәсәйҙә милиция хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы менән ҡотлайым. Был көн ысындан да беҙҙең ғаилә ағзаларыбыҙ өсөн дә байрам, уларға беҙҙең эшебеҙҙә ҙур таяныс булғандары, сабырлыҡтары һәм ярҙамдары өсөн иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, рәхмәт белдерәм. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләләрендә именлек, тынғыһыҙ һәм яуаплы хеҙмәттәрендә уңыштар теләйем. Байрам менән!