+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
10 Ноябрь 2017, 14:21

Яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙар

Районыбыҙҙың ауыл биләмәләрендә енәйәтселек, хоҡуҡ боҙоуҙар, эскеселек, наркоманияны иҫкәртеү йүнәлешендә һәм имен булмаған ғаиләләр менән эш тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында уҙғарылып килгән Профилактика көндәре быйыл Сәйетбаба ауыл биләмәһендәге ултырыш менән башланды.

Комиссия ағзаларынан бер төркөм.
Комиссия ағзаларынан бер төркөм.
Районыбыҙҙың ауыл биләмәләрендә енәйәтселек, хоҡуҡ боҙоуҙар, эскеселек, наркоманияны иҫкәртеү йүнәлешендә һәм имен булмаған ғаиләләр менән эш тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында уҙғарылып килгән Профилактика көндәре быйыл Сәйетбаба ауыл биләмәһендәге ултырыш менән башланды.

Уның эшендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов, Опека һәм попечителлек секторы мөдире А.Ә.Баймырҙина, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия секретары А.Р.Уренева, үҙәк район дауаханаһы наркологы Ф.Х.Хәбибуллина, суд приставы Ф.Д.Зөлҡәрнәйева, эске эштәр бүлегенең бәлиғ булмағандар төркөмө етәксеһе К.М.Зөбәйерова, ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү бүлеге психологы А.М.Афанасьева, урындағы етәкселәр ҡатнашты. Был биләмәлә бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләүсе имен булмаған ғаиләләр иҫәбенә 15 ғаилә теркәлгән.

Комиссия алдына тәүге булып 6 бала тәрбиәләүсе М.-дың ғаиләһе саҡырылды. Ғаилә башлығы ситкә эшкә сығып китеү менән эскелек һаҙлығына батҡан, балаларын йүнләп ҡарамаған, уларҙың һаулығын ҡайғыртмаған әсә кешегә һуңғы тапҡыр ышаныс белдереп ҡараны комиссия ағзалары.

4 бала әсәһе А.Д.-ның бәлиғ булмаған 3 балаһы приютҡа урынлаштырылған, үҙе ҡараған иң бәләкәйенә әле 3 йәш тә тулмаған. Әсәлек капиталына Сәйетбабала йорт һатып алған ҡатын бынан алда йәшәгән ерендә лә әсәлек хоҡуғынан сикләнгән булған. Эскән, тәмәке тартҡан, ярты йыл эсендә приютта 1 тапҡыр ғына булып, балаларын яҙмыш ҡосағына ташлаған ҡатын әсәлек хоҡуғынан сикләү өсөн уның эшен судҡа ебәреү мөмкинлеге тураһында иҫкәртелде.

Ошондай уҡ юл менән был ауылға килеп эләккән тағы ла бер яңғыҙ әсә Г. Н.-дың да бер улы балалар приютында, кесеһе үҙе менән. Урындағы ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Гөлназ Рахманғолова әйтеүенсә, уның тәртибе яҡшы яҡҡа үҙгәргән, эсмәй, йәшәү шарттары һәйбәт, тик ҡышҡылыҡҡа етерлек утын ғына хәстәрләйһе ҡалған. Әсә кешегә аҙна эсендә бар эштәрен теүәлләргә, башҡаса эсмәҫкә, балаларын тейешенсә хәстәрләргә ҡушылды.

Әсәлек капиталына йорт алып күсеп килгән Г.Х. суд приставы Ф.Зөлҡәрнәйеваның клиенты булып сыҡты. Аҫрауға алынған ғаиләлә тәрбиәләнгән ҡыҙы өсөн алимент түләмәгән ҡатын Енәйәт кодексының 5.25-се статьяһы бу-йынса мәжбүри эштәргә йәлеп ителгән. Уны Стәрлетамаҡтағы реабилитация үҙәгенә эскелектән дауаланырға ебәрергә тигән ҡарарға килде комиссия ағзалары.

Бер нисә йыл һуҙымында имен булмаған ғаиләләр иҫәбендә торған Ғ. һәм М.Ғ.-ның 3 балаһы ла приютҡа урынлаштырылған. Әсә кешегә бер нисә тапҡыр эскелектән дауаланырға йүнәлтмә бирелһә лә, дауаланмай кире ҡайта. Был ғаиләне ауыл хакимиәтенә ныҡлы күҙәтеү аҫтына алырға тәҡдим ителде. Ата-әсәгә наркология кабинетына килергә ҡушылды. Тағы ла бер эсеү факты теркәлһә, икеһен дә ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү өсөн документтарҙың судҡа тапшырыласағы тураһында иҫкәртелде.

Йөҙимән ауылынан Р.И. комиссия ултырышына алимент түләмәгән өсөн саҡырылған. Бер ҡайҙа ла эшләмәй, ата-әсәһенең елкәһендә йәшәгән мыҡты кәүҙәле иргә берҙән-бер ҡыҙына 500 мең һумға яҡын бурыслы икәнлеге әйтелде, уны түләү өсөн тиҙ арала Мәшғүллек үҙәгенә барып, эшкә сығырға ҡушылды.

Ҡаранйылға ауылынан килгән оло йәштәге апай 2 йыл элек балаларын ташлап сығып киткән киленен табырға ярҙам итеүҙәрен үтенде. Суд приставы был “кәкүк” әсәйгә ҡарата ла алимент түләмәгәне өсөн енәйәт эше барлығын һәм эҙләү иғлан ителәсәген белдерҙе.

Комиссия ағзалары ауыл хакимиәте һорауы буйынса 2 ғаиләне имен булмағандар иҫәбенән төшөрөргә ҡарар сығарҙы. Артабан улар иҫәптә торған йәки ауыл халҡы опека органдарына шылтыратып, тәртиптәренә зарланған ғаиләләрҙең өйҙәренә йөрөнө, йәшәү шарттарын ҡараны, ҡайһы берҙәренә наркология кабинетына йүнәлтмә бирҙе. Район хакимиәте эргәһендә төҙөлгән махсус комиссияның рәйесе Руслан Салауатов әйтеүенсә, ололарҙың йүнһеҙлеге арҡаһында бер ғәйепһеҙ сабыйҙар ғазап күрә. Ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн район хакимиәте һәм социаль хеҙмәттәр даими профилактик эш алып бара. Үҙҙәренең ата-әсә икәнлектәрен онотоп, эскелектән айный алмаған ғаиләләрҙе комиссия алдына саҡырып һөйләшеү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ, тип ышанғы килә.
Читайте нас: