+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
8 Декабрь 2017, 12:50

Енәйәтсел эшмәкәрлеккә - юҡ!

Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителеп, йыл һайын 9 декабрҙә билдәләнә. 2003 йылдың тап ошо көнөндә ҡул ҡуйыу өсөн БМО-ның коррупцияға ҡаршы Конвенцияһы асыла. Документ Конвенцияға ҡул ҡуйған дәүләттәргә ришүәт алыу һәм биреү, бюджет аҡсаларын урлау һәм коррупциянан алынған килемдәрҙе аҡлауҙы енәйәт тип иғлан итергә ҡуша. Конвенция положениеларының береһендә әйтелеүенсә, коррупция һөҙөмтәһендә алынған аҡсалар ҡайһы илдән кергән булһа, шул илгә кире ҡайтарылырға тейеш. Рәсәй иң беренселәрҙән булып был Конвенцияға ҡул ҡуйҙы.

Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан иғлан ителеп, йыл һайын 9 декабрҙә билдәләнә. 2003 йылдың тап ошо көнөндә ҡул ҡуйыу өсөн БМО-ның коррупцияға ҡаршы Конвенцияһы асыла. Документ Конвенцияға ҡул ҡуйған дәүләттәргә ришүәт алыу һәм биреү, бюджет аҡсаларын урлау һәм коррупциянан алынған килемдәрҙе аҡлауҙы енәйәт тип иғлан итергә ҡуша. Конвенция положениеларының береһендә әйтелеүенсә, коррупция һөҙөмтәһендә алынған аҡсалар ҡайһы илдән кергән булһа, шул илгә кире ҡайтарылырға тейеш. Рәсәй иң беренселәрҙән булып был Конвенцияға ҡул ҡуйҙы.

Коррупцияға ҡаршы тороуҙың Милли планын ҡабул итеү, Рәсәй Федерацияһы тарафынан Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының коррупцияға ҡаршы Конвенцияһы һәм коррупция өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында Европа Советы Конвенцияһы ратификацияланыуы илебеҙҙә коррупцияға ҡаршы тороуҙы ойоштороуға киҫкен үҙгәрештәр индерҙе.

“Коррупцияға ҡаршы тороу тураһында” Федераль закон прокуратура органдарына хоҡуҡ һаҡлау органдарының коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса эшмәкәрлеген координациялауҙы һәм Федераль закондар менән билдәләнгән башҡа вәкәләтлектәрҙе бойомға ашырыуҙы йөкмәтә. Эшебеҙ стратегияһына ярашлы, прокурорҙар Федераль закондарҙың үтәлешен генә тикшермәй, коррупция күренештәрен, уларға килтергән сәбәптәр һәм шарттарҙы ла асыҡлай.

2017 йылдың уҙған осоронда район прокуратураһы тарафынан коррупцияға ҡаршы тороу өлкәһендә Федераль законды боҙоуҙың 43 осрағы асыҡланды. Уҙғарылған тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү һәм вазифалы кешеләрҙе дисцип-линар яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында 14 күрһәтмә сығарылды.

Быларҙан тыш, норматив акттарға экспертиза үткәреү барышында урындағы үҙидара органдарының коррупциоген факторы булған 21 норматив акты һәм 2 норматив хоҡуҡи акт проекты асыҡланды. Шундай законһыҙ акттарға ҡарата 20 кире ҡағыу, коррупциоген факторҙы бөтөрөү тураһында 1 талап сығарылды.

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә прокуратура шулай уҡ райондың ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә килем тураһында белешмәләр биргәндә күп һанлы боҙоуҙар булыуын асыҡланы. Муниципаль хеҙмәткә эшкә ингәндә тапшырылған документтарҙың етерлек булмау факттары ла бар.

Һанап үтелгән коррупция күренештәрен бөтөрөү маҡсатында район прокуратураһы уҙғарған һәр тикшереү барышында респуб-лика прокуратураһы ҡушыуы, йәиһә граждандар мөрәжәғәте буйынса учреждение-лар етәкселәре тарафынан коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында ҡануниәттең үтәлеү мәсьәләһе лә ситләп үтелмәй. Мәҫәлән, прокуратура күрһәтмәһе бу-йынса ауыл биләмәләре Советтарының коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған 2 депутаты вазифаларынан мәхрүм ителде, 1 вазифалы кеше прокурор тикшереүе актын ҡараған көндә үҙ теләге менән посынан китте.

Дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарға тауарҙар килтереүгә, эштәр башҡарыуға, хеҙмәт күрһәтеүгә заказдар урынлаштырғандағы закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү буйынса ла район прокуратураһының эш темпы һүрелмәй. Был өлкәлә 6 күрһәтмә сығарылды, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 8 эш асылды.

Бынан тыш, дәүләт һәм муниципаль ихтыяждарға заказдар урынлаштырғанда мәнфәғәттәр конфликтын яйға һалмау факты асыҡланды, был да прокурор йоғонтоһо акты сығарыуға сәбәп булды, уны ҡарау барышында 1 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды. Район прокуратураһы прокурор йоғонтоһо акты сығарыу юлы менән норматив-хоҡуҡи акттарҙы ҡануниәткә тап килтереү буйынса эштәр башҡарҙы, кәрәкле хоҡуҡи акттар ҡабул итеү сараһы күрелде.

Һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегебеҙ һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, коррупция йүнәлешендәге енәйәттәрҙе асыҡлау һәм булдырмау йәһәтенән район прокуратураһы тарафынан байтаҡ саралар уҙғарылды. Шуға ҡарамаҫтан, был кире күренеш менән көрәш эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ҡулай инвес-

тиция мөхите булдырыу, намыҫлы бизнес-ты яҡлау һәм “күләгәләге” иҡтисад өлөшөн кәметеү өсөн тейешле шарттар булдырырға кәрәк саҡта һаман да көнүҙәк булып ҡала. Вазифа енәйәттәрен анализлау шуны күрһәтә: ҡомһоҙ чиновниктар, аралашсылар теҙмәһе хеҙмәттәренән файҙаланып, яза алыу ихтималлығын мөмкин тиклем кәметергә тырышып, үҙҙәренең енәйәтсел эшмәкәрлеген әүҙем рәүештә камиллаштыра бара.
Читайте нас: