2017 йыл башынан алып районыбыҙ биләмәһендә 16 йәшкәсә балалар ҡатнашлығында 6 юл-транспорт ваҡиғаһы булды, шуларҙың 3-һендә кескәйҙәр үҙ иғтибарһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарыны.
Бөгөнгө юл хәрәкәте ҡуйған талаптар үҫеп кенә килгән сабый өсөн үтә ауыр – тикшереүҙәр шуны күрһәтә. Юлдарҙа балаларҙың өлкәндәргә ҡарағанда ҡурсауһыҙыраҡ булыуы уларҙың ҡылыҡ үҙенсәлектәренә ныҡ бәйле. Бындай үҙенсәлектәрҙең бер нисәһен ҡарап үтәйек.
Бала – оло кешенең кескәй күсермәһе түгел. Ул юлдағы хәлде тулыһынса ҡабул итә лә, аңлай ҙа алмай, шуға ниндәй хәүеф янауын иҫәпкә алмай. Эргә-тирәне лә ул үҙ буйы бейеклегенән генә күрә һәм үҙе лә транспорт саралары аша водителдәргә күренмәй.
Балаларҙың икенсе үҙенсәлеге – улар тауыш сигналдарын насар айыра. Ишетеү һәләте бына тигән бала ла тауышы буйынса
автомобилдең алыҫмы-юҡмы икәнен билдәләй алмай.
Юл-транспорт хәлен анализлауға кәрәк булған аң функцияһы әкренләп барлыҡҡа килә. Әйтәйек, алты йәшлек бала бер ҡарауҙа юлдағы бик күп элементтарҙан иң күбе 2-3-һен генә күреп ала. Сөнки ул өлкәндәргә ҡарағанда 30 процентҡа кәмерәк урынды ғына күрә. 13-14 йәшлек балалар алдағыһын ғына күрә, ә ян-яҡты насар шәйләй (“тоннель күреүе”). “Мин машина килгәнен күрмәнем” – Красно-усолда Свердлов урамында һәм Ҡауарҙы ауылында Зәки Вәлиди урамында машина аҫтына ҡала яҙған балалар үҙ ҡылығын шулай аңлатты, икеһендә лә улар етеп килгән машина алдынан йүгереп сығырға иткән.
Бәләкәй кластарҙа уҡыусы балалар транспорт сараһының ынтылышлы хәрәкәт итеү төрҙәрен белмәй һәм күҙ алдына ла килтерә алмай. Улар ысын машиналар ҙа үҙҙәренең кескәй саҡта уйнаған машиналары һымаҡ йөрөй, ҡапыл туҡтатып була,тип уйлай. Уйын менән ысынбарлыҡты айырыу балаларҙа әкренләп формалаша.
Балалар юл аша ла өлкәндәр һымаҡ сыҡмай. Өлкәндәрҙән айырмалы, бала машина юлының ситенә килеп еткәс кенә юлды ҡарай. Шуныһы ла бар: балаларға бер юлы юл аша сығыу һәм тирә-йүнде күҙәтеү бик ауыр.
Балаларға тойғолар ныҡ тәьҫир итә. Шатланһа ла, аптыраһа ла, ул хәүеф хаҡында онота. Ҡәҙимге, тыныс шарттарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәһен күҙәтеп кенә йөрөгән бала, юлдың икенсе яғында танышын, яҡын кешеһен күреп, донъяһын онотоп, уға ҡаршы йүгереп китеүе бар. Красноусолдың Свердлов урамында тап шулай килеп сыҡҡан.
Бала машиналар ағымын да үҙенсә ҡабул итә. Мәҫәлән, юлдың үҙәк һыҙатында көтөп торған балалар эргәһенән, әйтәйек, дүртенсе йәки бишенсе булып үтәсәк водителгә ҡурҡыныс юҡ һымаҡ күренә. Балалар алдағы машинаны үткәрҙе бит, арттағыларҙы ла көтөрҙәр, тип фекер йөрөтә өлкән кеше. Ә бала һәр машинаны көскә үткәреп ебәрә, түҙемлеге бөтөп, ҡапыл йүгереп китеүе лә бар.
Балаларҙың, бәләкәй саҡта мөйөштән, ишек, әйберҙәр артынан ҡапыл йүгереп сыҡҡан һымаҡ, юлға берәй ышыҡтан, уның артында ни барын ҡарап тормай, килеп сығыу ғәҙәтен дә оноторға ярамай.
Бәләкәй балаларҙың йәнә бер психологик үҙенсәлеге - булыуы ихтимал хәүефте аңламауы. Ҡурҡыу тойғоһо тыу-мыштан бирелмәй, ул яйлап барлыҡҡа килә. Балалар яҡынлашып килгән транспорттан ниндәй хәүеф килеүен ата-әсә аңлатыуынан белә башлай.
Һүҙемде тамамлап, тағы бер нәмә әйтке килә. Билдәле булыуынса, балалар өлкәндәргә оҡшарға тырыша. Оло кеше – бала өсөн өлгө, айырыуса ата-әсә үрнәге мөһим. Бала алдында бер тапҡыр тейешһеҙ урындан юл аша сығыу етә, мәле тура килеү менән ул да шулай итәсәк.