+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
12 Декабрь 2017, 16:36

“Беҙ коррупцияға ҡаршы!”

Декабрь башында Балалар ижады үҙәгендә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы көрәш көнө алдынан “Коррупцияға ҡаршы хәрәкәт” муниципаль программа сиктәрендә йәштәр араһында “Йәштәр коррупцияға ҡаршы” плакаттар конкурсы уҙҙы.

Декабрь башында Балалар ижады үҙәгендә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы көрәш көнө алдынан “Коррупцияға ҡаршы хәрәкәт” муниципаль программа сиктәрендә йәштәр араһында “Йәштәр коррупцияға ҡаршы” плакаттар конкурсы уҙҙы.

Жюри алдында еңел булмаған иң-иңдәрҙе һайлап алыу бурысы торҙо. Сөнки ҡатнашыусылар был бәйгегә яуаплы ҡарап, бик ентек-ле әҙерләнгәйне. Конкурста 1-се урынға Анастасия Сәйфуллина, Анастасия Шестакова (етәксеһе - Т.В.Михайлова, Курорт мәктәбе), Анастасия Булатова (етәк.- О.В.Опарина, 2-се мәктәп); 2-се урынға Елена Сәйфуллина, Лиана Вәлиева (етәк. - Т.В.Михайлова, Курорт мәктәбе), Олеся Иванова, Зарина Кәримова (етәк. - З.И.Баранова, Балалар ижады үҙәге), 3-сөгә Алина Ханнанова (3-сө мәктәп), Эльвина Фәхретдинова (етәк.- З.И.Баранова, Балалар ижады үҙәге), Илона Горина (1-се мәктәп), Карина Сөләймәнова (етәк. - Ю.А.Исламова, 3-сө мәктәп) лайыҡ булды.

Йәмғиәттәге коррупция күренеше төбө тамырынан йолҡоп алынып ҡоротолорға тейеш, был көрәштән бер кем дә ситтә ҡалмаһын ине, тигән теләк белдерҙе конкурста ҡатнашыусылар. Конкурс еңеүселәрен ҡотлайбыҙ һәм ҡатнашыусыларға әүҙем тормош позициялары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Беҙ балалар үҙҙәренең кесе тыуған иле, еребеҙҙең киләсәге тураһында уйланып ижад итһен тигән маҡсат менән эшләйбеҙ.
Читайте нас: