+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
19 Декабрь 2017, 16:39

Үҫмергә алкоголле продукция һатҡан өсөн – яуапҡа

Ғафури районы прокуратураһы бәлиғ булмаған үҫмергә алкоголле продукция һатҡан 39 йәшлек район кешеһенә ҡарата асылған енәйәт эше буйынса ғәйепләү акты сығарҙы.

Ғафури районы прокуратураһы бәлиғ булмаған үҫмергә алкоголле продукция һатҡан 39 йәшлек район кешеһенә ҡарата асылған енәйәт эше буйынса ғәйепләү акты сығарҙы.

Ул РФ Енәйәт Кодексының 151.1-се статьяһында (бәлиғ булмағандарға алкоголле продукцияны ваҡлап һатыу, әгәр ҙә был тәүгеһенән генә ҡылынмаһа) ҡаралғанса, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Тәүтикшереү версияһы буйынса ағымдағы йылдың сентябрендә “Мәк” магазины һатыусыһы Вәлиәхмәтова үҫмергә 1,5 литрлы, 4,7 процент ҡатылыҡтағы һыра һатҡан. Был ҡатын һатып алыусының йәше менән дә ҡыҙыҡһынмаған, паспортын да һорамаған.

Ошоноң менән бәйле, ағымдағы йылдың июлендә һатыусы, бәлиғ булмаған үҫмергә алкоголле продукцияны ваҡлап һатҡан өсөн РФ КоАП-ының 14.16-сы статьяһы 2.1-се бүлегенә ярашлы, административ яуаплылыҡҡа - 30 мең һумлыҡ штрафҡа - тарттырылды.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны.

Енәйәт эше мировой судьяға ебәрелде.


Читайте нас: