+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
12 Ғинуар 2018, 17:26

Граждандар мәнфәғәтен яҡлаусылар

Хөрмәтле район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Прокуратура хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында айырым урын алып тора, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙа мөһим роль уйнай.

Хөрмәтле район прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Прокуратура хоҡуҡ һаҡлау органдары системаһында айырым урын алып тора, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙа мөһим роль уйнай.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәренең һөнәре үтә лә яуап-лы – һеҙ граждандарҙың конституцион хоҡуҡтары һәм азатлығы һағында ныҡлы тораһығыҙ, енәйәтселеккә һәм коррупцияға ҡаршы көрәш алып бараһығыҙ. Һеҙҙең юғары һөнәри оҫталығығыҙ һәм эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ йәмғиәт тормошоноң барлыҡ өлкәләрендә лә закондар өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.

Һеҙгә, хөрмәтле район прокуратура хеҙмәткәрҙәре, яуаплы һәм ҡатмарлы эшегеҙҙә хеҙмәт уңыштары теләйем. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡтар юлдаш булһын. Байрамса кәйеф һеҙгә!


Читайте нас: