+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
23 Ғинуар 2018, 12:02

Бәғерһеҙ булма

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы балаларға ҡарата енәйәтсел һөжүм итеү осраҡтарының артыуына борсолоу белдерә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы балаларға ҡарата енәйәтсел һөжүм итеү осраҡтарының артыуына борсолоу белдерә.

2017 йыл йомғаҡ-тарынан күренеүенсә, республика биләмәһендә бәлиғ булмағандарға ҡарата 2523 (+428) хоҡуҡҡа ҡаршы киленгән ҡылыҡтар ҡылынған, шул иҫәптән 19-ы - яңы тыуған сабыйҙарға һәм 1335-е (+441) бәләкәй балаларға ҡарата. Республиканың 48 муниципаль берәмегендә енәйәтселектең артыуы күҙәтелә.

Балаларға ҡарата енәйәт ҡылыу осраҡтарын тикшереүҙәр шуны күрһәтте, күпселек осраҡта енәйәттәр ата-әсәләре спиртлы эсемлек йәки наркотик ҡулланған, эшһеҙ ғаиләләрҙә ҡылына.

Ғаилә именһеҙлеген иҫкәртеү, бәлиғ булмағандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап, енәйәтсел һөжүм итеүҙәрҙән яҡлау маҡсатында ра-

йон биләмәһендә 2018 йылдың 17-26 ғинуарында “Үҫмер. Ғаилә” шартлы исеме аҫтында профилактик сара уҙа. Был сара сиктәрендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия, опека һәм попечителлек органы, социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән берлектә торлаҡ секторында балаларын тәрбиәләүҙән баш тартҡан, уларға ҡарата бәғерһеҙлек күрһәткән ата-әсәләрҙе асыҡлау маҡсатында тикшереүҙәр уҙғара. Кәрәк тип табылғанда, ҡануниәткә ярашлы, балаларҙы бындай ғаиләләрҙән тартып алыу һәм уларҙы һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау һәм мәғариф учреждениеларына урынлаштырыу кеүек кисектергеһеҙ саралар күрелә.

Шулай уҡ эске эштәр бүлегендә иҫәптә торған бәлиғ булмағандар һәм уларҙың ата-әсәләре (алыштырған кешеләр) араһында балаларға ҡарата, шул иҫәптән улар менән бергә йәшәгән өлкәндәр тарафынан көс ҡулланыу факттарын асыуға йүнәлтелгән профилактик эш планға индерелде. 1999 йылдың 31 декабрендәге 44-з һанлы “БР-ҙа бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары” БР Законына ярашлы, йәштәр күпләп йыйылған объекттарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында бәлиғ булмағандарҙы хоҡуҡҡа ҡаршы килгән ҡылыҡтарға этәреүсе кешеләрҙе, шулай уҡ 17 йәшкә тиклемге балаларҙың төндә ата-әсәләренән башҡа йөрөүен асыҡлау маҡсатында тикшереүҙәр ойошторола.
Читайте нас: