+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
26 Ғинуар 2018, 12:09

Айлыҡ түләүҙәр кемдәргә тәғәйенләнә?

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ил кимәлендә, шул иҫәптән республикала балалы ғаиләләрҙе яҡлауҙың яңы социаль саралары билдәләнде.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ил кимәлендә, шул иҫәптән республикала балалы ғаиләләрҙе яҡлауҙың яңы социаль саралары билдәләнде.

1. Ғаиләлә тыуған (уллыҡҡа алынған) тәүге балаға 1,5 йәш тулғансы айлыҡ түләү. Ул йән башына уртаса килеме республикала хеҙмәткә яраҡлы халыҡ өсөн тәғәйен йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡырҙан артмаған ғаиләләргә түләнә. Был аҡсалата ярҙам 2017 йылдың II кварталындағы йәшәү минимумы (9498 һум) буйынса иҫәпләнә. Ошо сумманы 1,5-кә ҡабатлайбыҙ: 14247 һум.

Аҡсалата айлыҡ ярҙамды алыу мөмкинлеген үҙегеҙ ҙә иҫәпләй алаһығыҙ – ғаилә ағзаларының (атай-әсәй һәм бала йәки әсәй һәм бала) һуңғы 1 йыл эсендәге дөйөм килемен ҡушып, 12-гә, һуңынан яңы тыуған баланы ла индереп ғаилә ағзалары һанына бүлегеҙ. Килеп сыҡҡан һан 14247 һумдан артмаһа, айлыҡ ярҙам алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең урындағы филиалына мөрәжәғәт итегеҙ. 2018 йылда беренсе бала өсөн айлыҡ түләү – 8892 һум тәшкил итә.

2. Күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында уҙған йылдың 20 декабрендә республика Башлығы өсөнсө балаға тәғәйен түләүҙәр тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, йән башына тура килгән килеме балаларға тәғәйен йәшәү минимумы күләменән (әлеге көндә – 8483 һум) артмаған күп балалы ғаиләләр 2018 йылда тыуған өсөнсө йәки артабанғы сабыйы өсөн ай һайын түләүҙәргә хоҡуҡлы. Аҡсалата түләүҙе алыу мөмкинлеген белеү өсөн ғаилә ағзаларының (атай-әсәй, балалар) һуңғы 3 айҙағы килемдәре суммаһын 3-кә, һуңынан ғаилә ағзалары һанына, яңы тыуған баланы ла индереп, бүлегеҙ. Әгәр килеп сыҡҡан һан 8483 һумдан артмай икән, айлыҡ түләүҙәрҙе юллау өсөн халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең урындағы филиалына мөрәжәғәт итегеҙ. Ғаиләлә өсөнсө йәки артабанғы булып тыуған сабый өсөн айлыҡ түләү 8993 һум күләмендә ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, законға ярашлы, һәр ғаилә ағзаһының килеме һалымдар тотолғанға тиклемге сумманан сығып иҫәпләнә.
Читайте нас: