Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 24 ғинуарындағы 60-сы ҡарары менән кешегә инвалидлыҡ биреүгә үҙгәрештәр индерелде. Атап әйткәндә, инвалид балаларҙы социаль адаптация һәм йәмғиәткә интеграциялауға тәғәйенләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр алыуға Әсәлек капиталын файҙаланыу тәртибе ябайлаштырылды.
Элегерәк, 2017 йылдың 28 декабрендәге 432-ФЗ һанлы Федераль закон менән инвалид балаларҙы социаль адаптация һәм йәмғиәткә интеграциялауға тәғәйенләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр алыуға Әсәлек капиталын йүнәлтеү мөмкинлеге ҡаралғайны. Бының өсөн инвалид баланы индивидуаль реабилитация-лау программаһында бындай тауарҙарҙы (хеҙмәттәрҙе) һатып алыу һәм файҙаланыуға рекомендация булырға тейеш ине.
РФ Хөкүмәтенең 2018 йылдың 24 ғинуарындағы 60-сы ҡарары менән кешене инвалид тип таныу Ҡағиҙәһенә үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, инвалид баланы индивидуаль реабилитациялау программаһын яңы программаға ябайлаштырылған тәртиптә алмаштырыу ҡаралған, йәғни был программаға индерелгән тауарҙарҙы алыу һәм файҙаланыу буйынса рекомендациялар медик-социаль экспертизаға яңы йүнәлтмә тултырмайынса индерелә.
Медицина изделиеларына ҡараған тауарҙар һәм хеҙмәттәр хаҡындағы рекомендациялар медицина ойошмалары тарафынан бирелгән белешмәләр (справка) нигеҙендә индереләсәк.