+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
13 Февраль 2018, 13:12

Ышанысты юғалтып, эштән бушатылғандар реестры

2017 йылдың 1 июлендәге “Коррупцион хоҡуҡ боҙоу ҡылған өсөн ышанысты юғалтыу менән бәйле, эштән бушатыу язаһы ҡулланылыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе дәүләт хеҙмәте өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһына урынлаштырыуға ҡағылышлы Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 132-ФЗ һанлы Федераль закон менән бер нисә закон актына үҙгәреш индерелде.

2017 йылдың 1 июлендәге “Коррупцион хоҡуҡ боҙоу ҡылған өсөн ышанысты юғалтыу менән бәйле, эштән бушатыу язаһы ҡулланылыуы тураһында мәғлүмәттәрҙе дәүләт хеҙмәте өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһына урынлаштырыуға ҡағылышлы Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 132-ФЗ һанлы Федераль закон менән бер нисә закон актына үҙгәреш индерелде.

“Коррупцияға ҡаршы” Федераль закон, үҙгәрештәргә ярашлы, яңы 15-се статья менән тулыланды. Уға ярашлы, коррупцион хоҡуҡ боҙоу ҡылғаны өсөн ышанысты юғалтыу менән бәйле эштән сығарыу (вазифанан бушатыу) кеүек яза ҡулланылыуы хаҡындағы мәғлүмәт, дәүләт серен үҙ эсенә алған мәғлүмәттәрҙән тыш, ышанысты юғалтыу менән бәйле эшенән бушатылғандар реестрына индерелә.

Был Реестр “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә дәүләт хеҙмәте өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһына урынлаштырыла.

Шулай уҡ был статьяла, ышанысты юғалтыу менән бәйле эштән бушатылған кешеләр хаҡында мәғлүмәттәрҙе реестрға индереү һәм унан алыу тәртибе, дәүләт хеҙмәте өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһына уны индереү һәм урынлаштырыу тәртибе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнә, тип күрһәтелә.

Коррупцион хоҡуҡ боҙоу ҡылған өсөн ышанысты юғалтыу менән бәйле эштән бушатыу язаһы ҡулланылыуы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе индереү тураһындағы өҫтәмәләр РФ Хеҙмәт Кодексының 81-се статьяһына, “Рәсәй Федерацияһы прокуратураһы тураһында” 168-ФЗ һанлы Федераль законға, 114-ФЗ һанлы “Рәсәй Федерацияһы таможня органдары хеҙмәте тураһында”, 53-ФЗ һанлы “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында”, 79-ФЗ һанлы “Рәсәй Федерацияһында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында”, 25-ФЗ һанлы “Рәсәй Федерацияһында муниципаль хеҙмәт тураһында”, 403-ФЗ һанлы “Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты тураһында”, 342-ФЗ һанлы “Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарындағы хеҙмәт һәм Рәсәй Федерацияһының

айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”, 141-ФЗ һанлы “Федераль дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәттә эшләү һәм Рәсәй Федерацияһының айырым ҡануниәт акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” Федераль закондарға, РФ Юғары Советының 1992 йылдың 23 декабрендәге 4202-1-се ҡарары менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдарында хеҙмәт тураһында Положение”ларға индерелде.

Шулай уҡ “Коррупцияға ҡаршы” федераль закондың 13.1-се статьяһындағы үҙгәрештәргә ярашлы, бындай мәғлүмәттәрҙе реестрға РФ Үҙәк банкы, дәүләт корпорацияһы (компанияһы), асыҡ-хоҡуҡи компания, РФ Пенсия фонды, РФ Социаль страховка фонды, Мотлаҡ медицина страховкаһы Федераль фонды, Федераль закон нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы тарафынан булдырылған башҡа ойошмалар, Федераль дәүләт органы индерә.

Үҙгәрештәр 2018 йылдың

1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде.


Читайте нас: