+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
20 Март 2018, 16:47

Һәр яҡлап план үтәүгә өлгәшелгән

Күптән түгел район эске эштәр бүлеге бинаһында Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Ғафури район бүлегенең суд приставтары хеҙмәтенең уҙған йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышы үтте. Уның эшендә мировой судья Р.Р.Әхмәров, ЮХХДИ начальнигы Ж.Ә.Ғәйнуллин, УФСИН-дың өлкән инспекторы И.Ж.Сөләймәнов һәм Суд приставы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Күптән түгел район эске эштәр бүлеге бинаһында Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Ғафури район бүлегенең суд приставтары хеҙмәтенең уҙған йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышы үтте. Уның эшендә мировой судья Р.Р.Әхмәров, ЮХХДИ начальнигы Ж.Ә.Ғәйнуллин, УФСИН-дың өлкән инспекторы И.Ж.Сөләймәнов һәм Суд приставы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Суд приставтары хеҙмәте начальнигы Юлай Нәзиров башта үҙҙәрендә кәңәшмә уҙғарыу мөмкинлеге биргән ра-йон эске эштәр бүлеге етәкселегенә, шулай уҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен һәм артабан да эшлекле бәйләнеш өҙөлмәҫ тигән теләген еткерҙе. Артабан уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһалды. Бөгөнгө көндә хеҙмәт 15 кешене берләштерә. Коллектив 2017 йылды уңышлы тамамлаған.

- 2017 йылда башҡарыуҙа 16 мең 794 башҡарыу производствоһы (790 млн 701 мең һум суммала) булып, шуның 10 мең 797-һе (453 млн 543 мең һум) тамамланды. Отчет осоронда 9 мең 146-нан ашыу (277 057 212, 91 һум суммаға) башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылды. Әлеге мәлгә (2018 йыл) 1450 (37 740 672,85 һум суммаға) башҡарыу производствоһы ҡуҙғатылды.

Һәр суд приставы-башҡарыусыға 170 башҡарыу производствоһы тура килде, ай һайын уларға 128 эш килә, элек ҡалғандарын да иҫәпләп, 150-не тамамларға өлгөрҙөләр.

Бурыстарҙы түләттереүгә килгәндә, былтыр яғыулыҡ-энергетика комплексы ойошмалары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ файҙаһына башҡарыуға 174 башҡарыу документтары (суммаһы - 1 млн 913 мең һум) килде. Элек килгәндәре менән бергә 182 башҡарыу производствоһы теүәлләнеп, суммаһы 1 млн 445 мең һумлыҡ булды. Был йүнәлеш буйынса беҙҙең һөҙөмтәләребеҙ республика буйынса иң яҡшылар иҫәбендә. Эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләттереүҙә 14 башҡарыу производствоһы асылып, барыһы ла тамамланды, 266 200 һум күләмдә тәшкил итте. Һалым һәм йыйымдар буйынса ла планды 100 процентҡа үтәнек.

Суд приставтары хеҙмәтендә алимент бурыстарҙы түләттереү буйынса башҡарыу производстволары айырыуса контролдә тотола. 2017 йыл башынан бәлиғ булмаған балаларға алименттарҙы түләттереү бу-йынса 287 башҡарыу документы булды. Алимент түләүҙәр буйынса бүлектең депозит иҫәбенә 8 млн 951 мең һумлыҡ суммала аҡса инде. Суд приставы-башҡарыусы рапорты буйынса РФ Енәйәт Кодексының 157-се статьяһы 1-се бүлегенә ярашлы, алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән 21 бурыслы кешегә енәйәт эше асылды, РФ КоАП-ының 5.35-се статьяһы 1-се бүлегенә ярашлы, 66 граждан административ яуапҡа тарттырылды, 56 бурыслының дөйөм 1 млн 134 мең һум суммала мөлкәтенә арест һалынды, бурыслыны хоҡуҡтарынан сикләү буйынса 186 ҡарар, шуның 28-е алименттар бу-йынса, сығарылды, шулай уҡ бурыслының Рәсәй биләмәһенән сығыуын сикләү буйынса 569 ҡарар, 255-е алименттар

буйынса, сығарылды.

Кредиттарҙы түләттереү буйынса былтыр 212 башҡарыу производствоһы бу-йынса 19 млн 266 мең һумлыҡ мөлкәт тартып алынды. Уның һөҙөмтәһендә фискаль түләүҙәр (һалымдар, штрафтар, страховка иғәнәләре, дәүләт пошлиналары һәм башҡалар) буйынса 5 млн 350 мең һумлыҡ бурыстар түләттерелде.

Суд приставтары тарафынан былтыр дөйөм 50 620 928,87 һум аҡса түләттереп алынды. Шуның 1 355 540,29 һумы федераль бюджетҡа башҡарыу йыйымдары тәшкил итте, - тине Юлай Мәүлимбирҙе улы һәм Суд приставтары хеҙмәтенең бер функцияһы булып торған суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеүсе төркөм һәм тәүтикшереү органы менән дә таныштырып үтте. Шулай уҡ 2018 йылға бурыстарҙы ла барланы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусы вәкилдәр Суд приставтары хеҙмәтенең эшмәкәрлегенә үҙ баһаһын, шулай уҡ кәңәштәрен бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Ошоноң менән ултырыш эше йомғаҡланды.
Читайте нас: