+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
18 Май 2018, 12:16

Милиция ветерандарына – тәбрик һүҙҙәре


Сарала эске эштәр органдары ветерандары етәксе ҡулынан үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Отставкалағы милиция прапорщигы В.А.Лубин “Ветерандар эшмәкәрлеге активисы” билдәһе, отставкалағы юстиция подполковнигы Т.В.Ваганова менән отставкалағы милиция старшинаһы В.В.Локоленко БР Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәре ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһынан Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Шулай уҡ Ғафури район эске эштәр бүлеге етәкселеге тарафынан бер төркөм ветерандарға Рәхмәт белдерелде. Артабан бүлектең ветерандар советы рәйесе, отставкалағы милиция майоры К.Ф.Хәлитов һүҙ алып, коллегаларын байрам менән тәбрикләне һәм ике тиҫтәләп ветеранға иҫтәлекле миҙалдар тапшырып үтте. Ҡотлау һәм бүләкләүҙәр район мәҙәниәт һарайы артистары Р.Хәбибуллина, Э.Насирова, Ф.Ғәлин, Х.Нәзиров башҡарған йырҙар менән үрелеп барҙы.

Сара бүлек биләмәһендәге обелискыға сәскә гөлләмәләре һалыу һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.


Читайте нас: