Суд приставтары федераль хеҙмәте БР буйынса идаралығының Ғафури районы бүлексәһе суд приставы-башҡарыусы Флүзә Зөлҡәрнәйева район гәзиттәре хәбәрселәре менән йылына ике тапҡыр – Балаларҙы яҡлау көнө һәм яңы уҡыу йылы алдынан балаларына алимент түләмәгән атайҙарҙы юллап, махсус рейдтар уҙғара. Рейдтар Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәкселеге бойороғона ярашлы ойошторола. Ошондай рейд 30 майҙа Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Табын, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Баҡраҡ ауылдарында үтте.
Рейд барышында Ф.Зөлҡәрнәйева һәм һаҡ хеҙмәтенән Р.Әхмәдов тиҫтәнән ашыу башҡарыу производствоһы буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урындарын йөрөп сыҡты. Уларҙың ҡайһы берҙәре өйҙә булманы, күпселек өлөшө эшһеҙ, ата-әсәһенең елкәһендә көн күреүселәр ҙә бар.
Балаларын “онотоусыларҙы” юллау Табын ауылынан башланды. Бында йәшәүсе В.П. 17 йәшлек улы В.-ға 2012 йылдан алып алимент түләмәгән, миллион һумға яҡын бурысы йыйылған. 26 йәшлек А.С. 7 йәшлек ҡыҙы И.-ға ярҙам итмәгән. Ә 41 йәшлек А.К. иһә эш булмауға һылтанып, 19 һәм 18 йәшлек ҡыҙы Л. менән улы Н.-ға алимент түләмәй йөрөүен бер ни менән дә аңлата алманы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алиментсыларҙың тәүге икәүһен өйҙәрендә тап итмәнек.
Бурлы ауылында йәшәгән ике бала – ул-ҡыҙҙың атаһы Р.С. ай һайын 6 мең һум алимент түләргә тейеш булһа ла, шуның яртыһын ғына ебәреүҙе хуп күрә. Ошо уҡ ауылдан Н.Ф. 12 йәшлек ҡыҙы К.-ға ай һайын 2600 һум аҡса ебәреп тора. Суд приставы-башҡарыусы уға аҡса күсереү операцияһы үҙгәреүе һәм башҡа төрлө күсереү юлдары хаҡында аңлатма бирҙе.
Артабан рейд Баҡраҡ ауылында дауам итте. Бында иһә Күмертауҙан күсеп килеп йәшәгән Т.И.-ға ҡарата башҡарыу производствоһы буйынса килде. Ул 2 йәшлек ҡыҙына алимент түләргә тейеш. Р.Ш. иһә 7 йәшлек ҡыҙы Л.-ға алимент түләмәгән.
Еҙем-Ҡаран ауылында йәшәгән Ф.М. бер ҡайҙа ла эшләмәй. Уға 6 йәшлек ҡыҙы И. бәлиғ булғансы даими рәүештә ай һайын алимент түләргә тейешлеге аңлатылды.
Ф.Д.Зөлҡәрнәйева атайҙарға, исмаһам йылына ике тапҡыр – Балаларҙы яҡлау көнөндә һәм яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында балаларын иҫтәренә төшөрөп, уларға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ, тигән теләген еткерҙе. Аҡсаны банк аша күсергән осраҡта чегын һаҡларға, ҡулаҡса менән биргәндә расписка яҙырға һәм был хаҡта Суд приставтары хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәклеген белдерҙе. Ошоноң менән рейд үҙ эшен йомғаҡланы.