+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
3 Август 2018, 12:21

Төп маҡсат – хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү

Һәр йылдағыса, быйыл да республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Трактор” шартлы исеме сиктәрендә тәгәрмәсле ауыл хужалығы техникаһын һәм уларға тағылмаларҙы ҡулланыуҙағы хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында профилактик айлыҡ иғлан ителде. Ул 17 авгусҡаса дауам итәсәк. Айлыҡ сиктәрендә “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы Сергей Лукин менән районыбыҙҙың төньяҡ өлөшөнә рейдҡа сыҡтыҡ. Был яҡтарҙа тикшереүҙәр ике көн дауам итте. Дөйөм алғанда, юлдарҙа, шулай уҡ ялан-баҫыуҙарҙа эшләгән ауыл хужалығы техникаһын тикшереүҙәрҙе ыңғай яҡтан билдәләргә кәрәк.

Сәйетбаба ауылы йүнәлешендәге юлға боролоуға Ерек ауылы йәнәшәһендәге яланда бесән сабып йөрөгән “МТЗ-82” тракторы күренде. Уны эшенән туҡтатҡас, трактор кабинаһынан йылмайып, Йөҙимән ауылында йәшәүсе, ә бында танышына бесән сабырға килгән Миңлеғәле Садиҡов килеп төштө. Уның һәр ваҡыттағыса, документтары ла, техникаһы ла тәртиптә ине.

Ауылдарҙа мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙыу мәле булғанлыҡтан, бар техника баҫыу-яландарҙа гөр килә. Артабанғы яланда Йөҙимән ауылынан үҙҙәренең пай ерҙәрендәге үләнде сабып йөрөгән Марат Шәмсетдинов менән Рәфит Заһиҙуллинды тап иттек. Дәүләт инспекторының уларға ла иҫкәртмәләре булманы, барыһы ла һәйбәт, тигән билдә алдылар.

Ҡарағай ауылына яҡынлашып килгәндә юлда “МТЗ”-ла китеп барған ошо ауылдан Радик Сәғитовты туҡтатыуға, тәүгеһенән сабынлығына юлланыуын һәм шундуҡ инспектор ҡулына “эләгеүен” белдерҙе ул документтарын дәүләт тикшереүсеһенә һоноп. Уның да барыһы ла тәртиптә ине. Тракторы сағыштырмаса иҫке булыуға ҡарамаҫтан, уға хужаһының һаҡсыл ҡарағанлығы күренеп тора, яңы алынған кеүек.

Имәндәш менән Сәйетбаба ауыл биләмәләрен айырған урман һыҙатында Ҡарағай ауылынан Марат Хәбибуллин бесән сабыу менән мәшғүл ине. Ишле мал аҫрағанлыҡтан, уларға аҙыҡты ла мул әҙерләргә тура килә.

-Ял итергә ваҡыт та юҡ, 12 гектарҙан ашыу майҙанда ғаиләбеҙҙең пай ерҙәрендәге үләнде сабырға кәрәк, - ти Марат маңлайындағы тирен һөртөп.

Мараттың да документтары тәртиптә, ә страховкаһын рәсмиләштерергә тапшырған, сөнки тракторы ҡышҡыһын “ял иткән”.

Ә бына юл аша ҡаршылағы яланда шундай уҡ пай ерендәге үләнде сабырға төшөргә йыйынған Имәндәш ауылынан тракторсы Айытбай Зәйнешевтың страховка документы булмай сыҡты. Дәүләт инспекторы С.Лукинға уға штраф һалыуҙан башҡа сара ҡалманы, сөнки страховканы рәсмиләштермәй тороп техниканы ҡулланыу ҡәтғи тыйылыуын аңлатырға тырышты ул.

Сәйетбаба ауыл биләмәһендәге баҫыуҙа бер төркөм кешеләр “МТЗ-80” тракторы арбаһына бесән тейәү менән мәшғүл ине. Фәнүр Заһиҙуллиндың техникаһын тикшереүҙәр шуны күрһәтте: стоп-сигналы, боролоуҙы күрһәткесе (поворотник), яҡтылыҡ сигнализацияһы эшләмәй булып сыҡты.

-Трактор иҫке, алыныуына 40 йыл ваҡыт үткән, уны бесән ваҡытында ғына файҙаланабыҙ, - тип аҡланырға тырышты уның хужаһы. Әммә С.Лукин бындай етешһеҙлектәр булғанда шоссеға сыҡҡан техника аварияға сәбәпсе булырға мөмкин, тип ҡырт киҫте һәм уға ла штраф һалынды.

Артабан баҫыу юлында ауыл яғына ыңғайлаған мини-трактор туҡтатылды. Рулгә идара иткән Рафаил Латиповтың яландан бесән сабып ҡайтып килеүе икән. Был “SWATT ХТ-180” маркалы техниканы ул Байымбәт ауылы кешеһенән һатып алған. Әммә тракторҙы ни сәбәптәндер ГТН инспекцияһында законлы тәртиптә иҫәпкә ҡуйырға ашыҡмаған, үҙе менән бер ниндәй ҙә документтары юҡ ине. Был вайымһыҙ ҡылығы өсөн уға ла штраф түләргә тура киләсәк.

Сәйетбаба ауылы янындағы иге-сиге күренмәгән пай ерҙәре баҫыуында үҙ техникаһында улдары менән сабылған үләнде йыйып, төргәкләп йөрөгән Рәшит Мөхәмәҙиевтың, әҙерләгән бесәнен тейәп ташыу менән мәшғүл булған Салауат Ишмырҙиндың техникаһында ла, документтарында ла етешһеҙлектәр тапманы С.Лукин.

ГТН инспекцияһының дәүләт инспекторы әйтеүенсә, бындай тикшереүҙәрҙең файҙаһы бик ҙур, тракторсылар үҙҙәренең шәхси техникаларын да, документтарын да тәртиптә тоторға тырыша, был үҙ сиратында яуаплылыҡ та тәрбиәләй. Әммә араларында бындай операциялар уҙғарыуға ҡәнәғәтһеҙлеген белдереүселәр ҙә табылды: ҡыҙыу эш мәлендә тиҙерәк мал аҙығы әҙерләп ҡалырға кәрәк, ә эште туҡтатып, өҫтәүенә, “яза” ла бирәһегеҙ, тинеләр.

Операцияның маҡсаты – яза биреү, йәғни штраф һалыу түгел, ә закон боҙоуҙарҙы профилактикалау, бер кешенең (йәки уның төҙөк булмаған техникаһы) ғәйебе менән башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар зыян күрмәһен, сөнки тәгәрмәсле тракторҙар баҫыуҙа ғына түгел, ә асфальт юлдан да йөрөгәнен оноторға ярамай.


Читайте нас: