+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
7 Август 2018, 11:22

Хәүефле сирҙе сикләү өсөн

Владимир Путин туберкулезға ҡаршы көрәш тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Был закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан тәҡдим ителгәйне. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында баҫылып сыҡты ла инде, ә закон 2018 йылдың 13 авгусынан үҙ көсөнә инә.

-Был закон туберкулез менән ауырыған кешеләр мәнфәғәтен дә, сәләмәт граждандар мәнфәғәтен дә яҡлай, - ти БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Туберкулездың таралыуы башлыса социаль сәбәптәргә һәм сирҙе йөрөтөүселәрҙең үҙен нисек тотоуына бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күпселегенең социаль статусы, йәшәү рәүеше үҙ сәләмәтлеге менән үҙаллы шөғөлләнергә мөмкинлек бирмәй. Уларҙың күптәренең дарыуы ла, дарыу алырға аҡсаһы ла юҡ. Яңы закон иһә бындай граждандарға билдәле бер санитар нормаларҙы күҙәтеүҙе, медицина учреждениеларында тикшерелеү һәм дауаланыуҙы мотлаҡ бурыс итеп ҡуя. Шул рәүешле туберкулез сирлеләрҙең сәләмәтлеген һаҡларға ла, сир йоғоу хәүефен мөмкин тиклем кәметеп, сәләмәт халыҡты сирҙән ҡурсаларға ла мөмкин буласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле Рәсәй туберкулез сире иң ныҡ таралған илдәрҙең береһе булып ҡала. Үҫешкән илдәр профилактика сараларын юғары кимәлдә алып барып, күптән был сирҙе еңде. Беҙгә лә был йүнәлештә етди эшләргә кәрәк.

“Рәсәй Федерацияһында туберкулез таралыуҙы иҫкәртеү тураһында” Федераль законға ярашлы, әле туберкулез менән сирләүселәргә генә диспансер күҙәтеүе үткәрелә. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән яңы закон буйынса иһә туберкулездың таралы-уын булдырмау, шулай уҡ сирҙе йоҡторған кешеләрҙе иртәрәк асыҡлап, ваҡытында дауа тәғәйенләү өсөн киләсәктә туберкулез булыуына шик уятҡан, туберкулез сығанағы менән бәйләнеше булған, туберкулездан дауаланып һауыҡҡан кешеләр ҙә мотлаҡ диспансер күҙәтеүенә алынырға тейеш. Федераль закон ошондай күҙәтеүгә алынған кешеләрҙең бурыстары исемлеген дә тулыландыра һәм аныҡлай. Атап әйткәндә, улар туберкулезға ҡаршы медицина ойошмаһы табибы тәғәйенләгән тикшереүҙе үтергә, тәғәйенләгән дарыуҙарҙы ҡабул итергә, медицина ойошмаһында күҙәтелергә һәм диспансер ҡабул итеүҙәргә ваҡытында йөрөргә, был категория кешеләре өсөн билдәләнгән санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе һәм гигиена нормаларын үтәргә, санитар-эпидемияға ҡаршы (профилактика) сараларын уҙғарыуға ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә бурыслы.

Туберкулез менән ауырыусылар һанап үтелгән бурыстарҙан тыш, туберкулезға ҡаршы медицина ойошмаһы табибы тәғәйенләгән дауалауҙы үтергә, дауаланыу ваҡытында был ойошманың көн тәртибен һәм пациенттың үҙен тотоу ҡағиҙәләрен күҙәтергә тейеш.
Читайте нас: