Бүлектең төп функциялары - дәүләт реестры һәм бурыстарҙы ҡайтарыусы юридик шәхестәр (коллектор ойошмалары) эшмәкәрлеген алып барыу һәм күҙәтеү. Бының өсөн уларҙа планлы һәм граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса ентек-ле тикшереүҙәр үтә. Ғариза бирелгәндән һуң, кредиторҙар һәм “коллекторҙар”ҙан, бәйләнеш операторҙарынан, мәғлүмәткә эйә башҡа шәхестәрҙән белешмәләр һоратып алына. Банк, микрофинанс, коллектор ойошмалары яғынан эшмәкәрлек алып барыу тәртибе боҙолған осраҡта административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөлә. Улар буйынса суд тарафынан административ штрафтар билдәләнә.
2018 йылдың 10 авгусында ғәмәлгә ингән административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 28.7-се статьяһына ярашлы, административ тикшереү үткәреү хоҡуғы бирелә. Яңы ҡағиҙәләр судта административ тәртип боҙоуҙарҙы ентеклерәк өйрәнергә мөмкинлек бирә.
Билдәләп үтергә кәрәк, Идаралыҡта халыҡтың хоҡуҡи мәғлүмәтлелеген арттырыу, бурыстарҙы ҡайтарыуҙа граждандарҙың хоҡуғы боҙолоу осраҡтарын иҫкәртеү йәһәтенән даими саралар үткәрелә. Бының өсөн республиканың эре ҡалаларында урындағы халыҡ менән осрашыуҙар ойошторола, Федераль закондың ҡағиҙәләре аңлатыла. Бынан тыш, һәр граждан 8(347)273-71-49 номеры буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратып йәки “Бәйләнештә” селтәрендә “Коллекторҙар өҫтөнән күҙәтеү” төркөмөндә, Идаралыҡтың рәсми сайтында “Бурыслының коллекторҙар менән эшләү ҡағиҙәләре”н ҡулланып, бушлай консультация алыу мөмкинлегенә эйә.