+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
30 Октябрь 2018, 18:08

Законһыҙ ҡорал тотоусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Быйыл майҙа район эске эштәр бүлегенең тәүтикшереү бүлексәһе тарафынан районыбыҙҙа йәшәүсе 27 йәшлек иргә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 223-сө статьяһы 1-се өлөшө (законһыҙ утлы ҡорал эшләү), 222-се статьяһының 1-се өлөшө (утлы ҡоралды, боеприпастарҙы законһыҙ һатып алыу, һаҡлау) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Тәүтикшереү барышында асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе йыл буйына ҡорал тураһында әсбаптар уҡып, уларҙы үҙе эшләп алмаҡсы булған.

2018 йылдың февралендә ул үҙенең оҫтаханаһында иретеп йәбештереү аппараты, быраулау һәм киҫеү ҡулайламалары ярҙамында 12-се калибрлы һунар патрондары атырлыҡ шыма оҙон көбәкле атыу ҡоралы һәм 4,5 мм-лы патрондар атырлыҡ ҡыҫҡа көбәкле һыҙма атыу ҡоралы эшләгән. Ҡоралдарының береһен компьютер өҫтәле аҫтында, икенсеһен мунса сарҙағында һаҡлаған.

Бынан тыш, оператив-профилактик һәм оператив эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан ғәйепләнеүселә төрлө ҙурлыҡтағы бысаҡтар, металл көпшәләр һәм кәрәк-яраҡ, атыу ҡоралына оҡшаш әйберҙәр, гильзалар һәм пулялар, станоктар һәм инструменттар, чертеждар табылып, тартып алынды.

Енәйәт эше 2018 йылдың сентябрендә ҡарау өсөн Ғафури район судына ебәрелде һәм октябрҙә район суды был ир кешене шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеүгә һәм штраф түләтеүгә хөкөм итте.

Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлегенең тәүтикшереү бүлексәһе.


Читайте нас: