+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
2 Ноябрь 2018, 14:32

Рәсәйгә, Законға хеҙмәт итәбеҙ

1 ноябрҙә Суд приставтары Федераль хеҙмәте барлыҡҡа килеүгә 153 йыл тулды. Тап ошо көндө 2009 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Президентының Указына ярашлы, рәсми рәүештә илебеҙҙә Суд приставы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Президенттың башҡа Указдары менән хеҙмәттең үҙенең геральдик билдәһе – эмблема һәм әләме булдырылды. Рәсәйҙең дәүләт ҡоролошонда бындай хеҙмәт һәр ваҡыт була. Уны йыш ҡына кешеләргә ышаныс, изгелек һәм ғәҙеллек килтереүсе тип атайҙар. Йылдар үтте, әммә был хеҙмәттең эшмәкәрлеге үҙгәрешһеҙ килеш – Закон һәм Ғәҙел хөкөм идеалдарына хеҙмәткә тоғро ҡалды. Һәм бөгөн Суд приставтары Федераль хеҙмәте Рәсәй Федерацияһында башҡарма властың иң мөһим һәм йоғонтоло органдарының береһе булып ҡала.

Суд приставтары институты барлыҡҡа килеүҙең 153 йыллығын байрам иткән көндө Өфөлә һынау срогы үтеп, был вазифаға тап килеүҙәрен раҫлаған 60 йәш белгес тантаналы шарттарҙа суд приставы антын ҡабул итәсәк һәм Рәсәй Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре сафына баҫасаҡ.

Бөгөн Рәсәй Суд приставтары Федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында граждандарҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуғы һәм законлы мәнфәғәте һағында 1560 дәүләт хеҙмәткәрҙәре тора. Шуларҙың 582-һе – суд приставы-башҡарыусылар, 442-һе суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеү буйынса суд приставтары (ОУПДС), 69-ы - тәүтикшереүселәр, 34-е депозит иҫәп алып барыу белгестәре һәм башҡалар.

Әлеге мәлдә суд приставтары-башҡарыусылар тарафынан түләттереп алынған суммалар миллиард һумдар менән баһалана. Ағымдағы йылдың 9 ай арауығында ведомство хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшмәкәрлегенән тупланма бюджетҡа 3 миллиардтан ашыу һум аҡса күсерелде. Шуның 800 миллион һумы республика бюджетына. Бынан тыш суд приставтарының төрлө формалағы милеккә ҡараған предприятиелар хеҙмәткәрҙәре файҙаһына 162 миллион һумдан ашыу эш хаҡы, шулай уҡ бәлиғ булмаған балалар файҙаһына 175 миллион һумлыҡ алименттар түләттереп алыуҙа ярҙамдары тос булды.

Быйыл суд эшмәкәрлегендә тейешле тәртипте тәьмин итеү буйынса суд приставтары суд һәм мировой судьялар участкалары биналарын һаҡлауҙы тәьмин иттеләр. Хеҙмәттең был подразделениеһы тарафынан суд биналарына 3752 тыйылған әйберҙәрҙе законһыҙ индереүгә ҡаршылыҡ күрһәтелде. Бынан тыш, ОУПДС буйынса суд прис-тавтары тәүтикшереү, тикшереү органдарынан һәм судтан ҡасып йөрөгән 154 гражданинды ҡулға алды, Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә законһыҙ килгән 436 легаль булмаған мигрантты илдән ҡыуып сығарҙы.

Мәжбүри башҡарыу институты йылдам үҫешә, йыл һайын суд приставтары эшмәкәрлеге менән бәйле Рәсәй ҡануниәтенә мөһим үҙгәрештәр индерелә. Был үҙгәрештәр ярайһы ғына кимәлдә граждандарҙың тормошон еңелләштереүгә һәм башҡарыу производствоһы процедураһын файҙалыраҡ итеүгә ҡоролған.

Һуң булһа ла уң булһын тигәндәй, хеҙмәттәштәремде, ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ - Суд приставтары хеҙмәте көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйем.

Юлай НӘЗИРОВ,

Суд приставтары хеҙмәте начальнигы,

3-сө класлы юстиция

советнигы.
Читайте нас: