+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
3 Ноябрь 2018, 14:35

Һөнәре – суд приставы-башҡарыусы

Красноусол ауылында тыуып үҫкән Флүзә Дәүләтҡол ҡыҙы Зөлҡәрнәйева 25 йылдан ашыу ғүмерен район суд приставтары хеҙмәтенә бағышлай. Был хеҙмәткә ул Ғафури районы судында суд башҡарыусыһы булып эшләп йөрөгәндә алына.

Красноусол-дағы 2-се урта мәктәпте тамамлап, артабан уҡыуын Өфө финанс техникумында дауам итеп, дипломға эйә булған йәш белгес тәүге хеҙмәт юлын Һаҡлыҡ банкында башлай. Ун йыл үтеүгә район судына эшкә килә. 1997 йылда районда суд приставтары хеҙмәте барлыҡҡа килә һәм Флүзә Дәүләтҡол ҡыҙын бында күсереп, алимент түләүҙәре буйынса суд приставы-башҡарыусы итеп тәғәйенләйҙәр.

Ошонан бирле күпме ғүмер үткән. Ф.Д.Зөлҡәрнәйева был еңел булмаған хеҙмәт нескәлектәрен ныҡлы төшөнөп, етәкселек талап иткән барлыҡ бурыстарҙы еренә еткереп, һөҙөмтәле, сифатлы башҡарып сыға, шәхси ваҡыты менән дә иҫәпләшеп тормай ул. Ошо йылдар арауығында етәкселәр алышынып, уға А.Е.Иванов, А.М.Вәлиев, Ф.И.Абдуллин, Н.Ғ.Ибраһимов, И.Ғ.Хәбибуллин, әлеге начальник Ю.М.Нәзиров кеүек етәкселәрҙең ҡул аҫтында эшләргә тура килә.

Суд приставы-башҡарыусы Флүзә Дәүләтҡол ҡыҙына грамоталылыҡ, яуаплылыҡ, һәр бер бурыслыға ҡарата психологик йәһәттән индивидуаль мөнәсәбәт, конфликтлы хәлдәрҙән сығыу юлдарын һәм уртаҡ тел таба белеү кеүек сифаттар хас. Алиментсыларҙы юллап рейдтарға сығыуҙар ҙа һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Ошо йылдар һуҙымында ул хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды, йәш белгестәрҙең остазы булып торҙо, үҙ тәжрибәһе, башҡарыу производствоһындағы белеме һәм аҡыллы кәңәштәре менән ихлас уртаҡлашып эшләне.

Флүзә Зөлҡәрнәйеваның суд приставтарындағы юғары һөҙөмтәле һәм яҡшы хеҙмәте баһаланмай ҡалмай, әлбиттә. Рәсәй ФССП-һы директорының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән, шулай уҡ “Суд приставтары Федераль хеҙмәте (ФССП) үҫешенә үҙ өлөшөн индергәне өсөн”, Рәсәй ФССП-һының “Хеҙмәттәре өсөн” миҙалының барлыҡ 3 дәрәжәһенә лә, “ФССП ветераны” исеменә лайыҡ булған.

Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, бөгөнгө көндә Федераль суд приставтары хеҙмәте ветераны Флүзә Дәүләтҡол ҡыҙы улы Вадим (район эске эштәр бүлегендә водитель булып эшләй), килене Марина (3-сө мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) менән 4 йәшлек ейәнсәре Василисаның яратҡан өләсәһе булып, уны тәрбиәләшеүҙә ярҙамлашып, хеҙмәт емештәрен тирә-тирә ял итә.

Ф.Д.Зөлҡәрнәйеваны һөнәри байрамы – Суд приставтары көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-һөйөнөстәр теләйбеҙ.


Читайте нас: