-Ильяс Әхәт улы, тағы ла бер йыл аҙағына яҡынлаша, байрам уңайынан ҡайһы бер һөҙөмтәләрҙе барларға ла мөмкиндер?
-Дөйөм алғанда, йыл башынан оператив эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре бу-йынса һөҙөмтәләр бик яҡшы. Республика Эске эштәр бүлектәре араһында алдынғылар иҫәбендәбеҙ, күрһәт-кестәр буйынса 3-сө урынды биләйбеҙ. Ярты йыл йомғаҡтары буйынса коллегияла Ғафури район эске эштәр бүлеген һәйбәт яҡтан билдәләп үтеүҙәре тап ошо хаҡта һөйләй ҙә инде. Әлбиттә, личный составтың алдына ҡуйылған хеҙмәт бурыстарын намыҫлы һәм тырышлыҡ менән башҡарыуы һөҙөмтәһендә ошондай уңыштарға өлгәшелә. Беҙҙең эштә иң мөһиме булып законға ҡаршы килеп ҡылынған ғәмәлдәрҙе тамырынан бөтөрөү, әгәр ҙә енәйәт ҡылынған икән, оператив рәүештә уны асыу һәм хоҡуҡ боҙоусыны ҡулға алыу тора. Шуға ла енәйәттәрҙе асыу кимәле уҙған йылдар менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды. Дө-йөм тырышлыҡ менән районда енәйәтселекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметеүгә өлгәшелде.
- Бөгөнгө көнгә күпме енәйәт ҡылыу осрағы теркәлде?
- Ағымдағы йылдың 10 ай арауығында районда 333 енәйәт ҡылыу осрағы теркәлеп, былтырғы менән сағыштырғанда 31 фактҡа кәмерәк булды. Енәйәт ҡылыу осраҡтарының күпселеге урлашыуҙар булып тора һәм ул былтырғы кимәлдә күҙәтелде. Талауҙың 3 осрағы булып, барыһы ла асылды. Наркотиктарҙың һәм ҡоралдың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу йүнәлешендә лә ҙур эш алып барыла. Бы-йыл беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан наркотик һаҡлау, әҙерләүҙең 6 осрағы асылды, 3 килограмм тирәһе наркотик матдә ҡулланылыштан алынып, юҡ ителде, законһыҙ ҡорал эшләү, браконьерлыҡ факттары асылды. Беҙгә әлегә енәйәттәрҙе асыҡлау ғына түгел, уларҙы булдырмау йәһәтенән дә күп көс түгәһе бар.
-Һандар барланды, хәҙер иһә һөнәри байрамығыҙ айҡанлы йолаға ярашлы, һеҙҙең ҡул аҫтында эшләүселәр, йәғни бүлектең личный составы хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине?
-Ысынлап та, ошо һандар артында эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ һәм шул уҡ ваҡытта хәүефле хеҙмәте ята. Личный состав 88 кешенән тора, шуның 80-е - аттестацияланған, 8-е ялланып эшләүсе хеҙмәткәрҙәр. Беҙҙең бүлек йәш кадрҙар менән тулыланып, быйыл 5 хеҙмәткәр эшкә килде. Улар үҙ эшмәкәрлектәрен патруль-пост, участка уполномоченныйы хеҙмәттәренән башланы. Шулай уҡ яңы эш урындары булдырылып, атап әйткәндә, патруль-пост кинологы, дежур бүлектә оператив дежурный ярҙамсылары эшкә ҡабул ителде. Хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһының дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индереүен билдәләргә кәрәк. Бигерәк тә ЮХХДИ, енәйәтселәрҙе эҙләү, тәүтикшереү бүлексәләре һөҙөмтәле эшләй, һуңғыһы рес-публика буйынса иң көслөләр иҫәбендә. Байрам уңайынан айырыуса һөҙөмтәле һәм оператив эшләүселәрҙең, үҙ һөнәре оҫталарының бер нисәүһен атап үтергә теләйем. Улар: 25 йылдан ашыу участка уполномоченныйы булып эшләгән Айҙар Әмирханов, Ғәли Суфиянов, инспектор-кинолог Урал Күскилдин, эксперт-криминалист Рөстәм Зыязетдинов, оператив дежурныйҙар Александр Пасечник, Илшат Солтанов, ярҙамсылары Ринат Хөснөтдинов, Илфат Хәбиров, водителдәр Вадим Зөлҡәрнәйев, Сергей Родионов, бухгалтер Файруза Сәйфиева, йәштәрҙән тикшереүсе Ирина Кулакова, участка уполномоченныйы Ирек Хәсәнов һәм башҡалар.
20 йылдан ашыу ғүмерҙәрен эске эштәр хеҙмәтенә бағышлап, хаҡлы ялға лайыҡ булыусыларҙан иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы бүлексә оперуполномоченныйы И.С.Кленов, тикшереүсе Н.В.Лапатина, тәүтикшереүсе Р.Н.Фәйезов. Шулай уҡ ҙур хеҙмәт стажына һәм тәжрибәгә эйә етәкселәрҙән Ж.Ә.Ғәйнуллин, О.В.Фролованы билдәләп үтергә кәрәк.
Бөгөн беҙ ветерандарыбыҙҙы ла (улар – 100-ҙән ашыу) айырыу-са оло ихтирам менән билдәләп үтергә теләйбеҙ. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәш хеҙмәткәрҙәрҙе тәрбиәләү эшендә, үҙҙәренең һөнәри белемдәре һәм бай тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙа уларҙың тос ярҙамын тоябыҙ. Бының өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
-Һөнәри байрамығыҙ уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
-Форсаттан файҙаланып, бүлектең бөтөн личный сос-тавын, ветерандарыбыҙҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын һөнәри байрамыбыҙ – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым. Был көн ысын мәғәнәһендә беҙҙең ғаилә ағзаларыбыҙ өсөн дә байрам, уларға беҙҙең эшебеҙҙә ҙур таяныс, түҙем һәм сабыр булғандары, ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаиләләренә именлек, яуаплы һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәрендә уңыштар, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.
- Ильяс Әхәт улы, әңгәмә өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.