+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
7 Декабрь 2018, 12:41

Киҫеп алма, һатып ал!

Яңы йыл яҡынлаша. Өйҙө матур байрам шыршыһы биҙәүен ниндәй бала теләмәһен инде. Урман ҡупшыҡайын рөхсәтһеҙ киҫеп, ғаилә бюджетын бүҫкәртмәҫ өсөн бик һәйбәт ысул бар. Шыршыларҙы махсус урындарҙа, уларҙы һатырға рөхсәте булған кешеләрҙән һатып алырға кәрәк.

Беҙҙең районда Яңы йыл шыршыларын әҙерләүгә рөхсәт “Ғафури лесхозы” БР ДАУ-ына бирелгән. Улар шыршыларҙы күмәртәләп тә, берәмләп тә әҙерләп һата.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүенең Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлеге тарафынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге һәм һалым инспекцияһы менән берлектә 2018 йылдың Яңы йыл алды осорона ылыҫлы йәш ағастарҙы һаҡлау, законһыҙ шыршы ҡырҡыу һәм һатыуҙы булдырмау йәһәтенән саралар планы эшләнде, берлектәге рейдтар үткәрелә.

Законды һанға һуҡмаусы граждандарға иһә түбәндәге мәғлүмәтте еткерге килә. Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, йәш шыршы, шыҙ (пихта) һәм ҡарағай киҫкән өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Штрафтар граждандарға 3 – 4 мең һум, вазифалы кешеләргә 20-нән 40 мең һумғаса, юридик берәмектәргә 200 меңдән 300 мең һумғаса тәшкил итә. Бынан тыш тәбиғәткә килтерелгән зыян да ҡаплатылырға тейеш. Зыян күләме киҫелгән бер йәш шыршы йәки ҡарағай өсөн 2500 һум һәм унан юғарыраҡ тип билдәләнә. Беҙҙең ра-йонда башлыса тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән урындарҙа үҫеүсе йәш шыҙҙы киҫкәндән килтерелгән зыян 4500 һум һәм унан күберәк тип баһалана. Законһыҙ ағас киҫкәндә берәй техника йәки ҡорамал ҡулланылһа, административ штраф күләме тағы ла арта, ә “эш ҡоралы” тартып алына. Килтерелгән зыян 5 мең һум һәм унан күберәк тәшкил итһә, хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата енәйәт эше асыла.

Районда шыҙ (пихта) ағасын ҡырҡырға ярамай, шуға ла Толпар ауылы халҡына иғтибарлы булырға кәрәк.

Законһыҙ ағас ҡырҡҡанды күрһәгеҙ, 2-25-74 йәки 02 телефонына шылтыратып әйтегеҙ.

Урман һеҙҙең ярҙамды һәм яҡлауҙы көтә!

Етеп килгән матур байрамды насар ҡылыҡ менән боҙмаҫһығыҙ тип ышанабыҙ. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән!
Читайте нас: