+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
7 Декабрь 2018, 12:46

Йыртҡыстарҙан аралап...


Был хәл 3 декабрҙә төшкө сәғәт 4-тәр тирәһендә була. Элекке һунарсы, хәҙер балыҡсы Мансаф Килмөхәмәтов (билдәле умартасы ла) ауыл эргәһендәге Еҙем йылғаһына балыҡҡа йүнәлә. Боҙҙа уйым уйғанда күҙенә бер йән эйәһе салына, ныҡлап ҡараһа – мышы балаһы. Уныһы бер аҙ ҡарап тора ла, ағас араһына инеп юғала. Ә балыҡсы балыҡ ҡармаҡлауын белә. Шул саҡ башын күтәреп ҡараһа, 100 метр арауыҡта ҡаршыһында өс бүре торғанын күрә. Ә баяғы мышы балаһы артынан ҡыуып килгән бүреләрҙән ҡасып, өҫтәүенә, аяғы ҡанһыраған хәлдә ҡайҙа барырға белмәй, боҙло һыуға инергә мәжбүр булған. Был ас йыртҡыстар сабыйҙы әсәһенән айы-рып ҡыуып килтереп, табыштарының тамам хәле бөткәнен көтөп, һағалап торғандарҙыр.

- Шундуҡ ауыл һунарсыларына шылтыраттым, мәхлүк боҙ аҫтына китеп ҡуймаһын тип, уны һыу эсенән тиҙерәк сығарыуҙы уйлап, улым һәм ауыл кешеләрен, шулай уҡ арҡан кеүек әйбер килтерергә тип ауылға йүнәлдем, - ти Мансаф. – Килеүгә бүреләрҙән елдәр иҫкән, бер-ике минуттан ауыл һунарсылары килеп етеп, йыртҡыстарға атып ҡурҡытҡандар икән. Өшөүҙән хәлһеҙләнгән малҡайҙы күмәкләшеп һыуҙан саҡ-саҡ сығарып, үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Бүреләр мышының ботон тешләп ныҡлы йәрәхәтләгәндәр, ауылда ветеринарҙар малдарға укол яһайҙар ине, шундуҡ килеп мышыға ла укол һалдылар, яраһын тектеләр, бахырҡай ныҡ йәл булды, үҙебеҙҙең күҙҙән йәштәр сыға, ул да бала тауышы сығарып сеңләп илай, - ти уны ҡотҡарыусы.

Сабыйҙай тәрбиәләп, юрғандар ябып йылындырҙыҡ, мендәр генә һалманыҡ, тик бер нәмә лә ашамай, аяҡҡа баҫһын инде, - тип өҫтәй хужабикә Альмира.

Әйтеүҙәренсә, мышы балаһы 6 айлыҡ тирәһе, бала тиһәң дә, ауырлығы 200 килограмм самаһы. Килмөхәмәтовтар болан балаһына әсәйҙәрсә хәстәрлек күрһәтһәләр ҙә, уның бәләкәс йөрәген алдап булмай, ас йыртҡыстар арҡаһында ул әсәһен юғалтыуын аңлағандай үҙенең яңы йәшәү урыны ишеге (һарайҙың айырым бер өлөшөнән урын биргәндәр) асылыу менән ҡолаҡтарын ҡайсылап һиҫкәнеп китә. Үҙ әсәһе менән бер ҡасан да осрашмауы ғына йәл, әлбиттә. Район һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте рәйесе О.Марков мышы балаһы урман йәнлектәрен ҡотҡарыу ойошмаһына урынлаштырыласағын һәм һунарсыларҙың 1 апрелгә тиклем төлкө-бүреләрҙе аулау мөмкинлеге булыуын белдерә.
Читайте нас: