+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
11 Ғинуар 2019, 17:35

Ғәҙеллек хөкөмдарҙары

12 ғинуарҙа Рәсәйҙең, шул иҫәптән районыбыҙҙың прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан уҙған йылғы эшмәкәрлектәренә байҡау яһауын һорап район прокуроры, юстиция советнигы Рөстәм Ринат улы РАЯНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Ғафури районы прокуратураһы тарихына байҡау яһағанда, ул уҙған быуаттың 30-сы йылдарына барып тоташа. Ошо йылдар арауығында район прокуратураһына күп кенә грамоталы һәм квалификациялы прокурорҙар етәкселек итте. 1975 йылға тик-лем район прокуроры булып Р.Ҡ.Зиаи торһа, 1975 йылдың мартынан Р.Х.Хафизов, 1978 йыл аҙағынан 1988 йылғаса прокурор вазифаһын Ф.Ғ.Имамов башҡара. Артабан 10 йыл район прокуроры булып Ю.Ғ.Фәхретдинов эшләй. Күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Юнер Ғәли улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән исем бирелә, хәҙер ул хаҡлы ялда. 1999-2003 йылдарҙа прокуратураға Рәиф Салауат улы Ғарифуллин етәкселек итә, әлеге мәлдә ул адвокат булып юридик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. Артабан Василий Григорьевич Никитин, 2009-2015 йылдарҙа Денис Петрович Иделбаев (хаҡлы ялға туҡтап, әле Илеш районында мировой судья) район прокуроры вазифаһын башҡара.

Әлеге мәлдә район прокуратураһында күҙәтеү эшмәкәрлеген ҙур булмаған, әммә эшлекле хеҙмәткәрҙәр: прокурор урынбаҫары Г.Р.Ипатова (прокуратурала 1989 йылдан алып эшләй), 2013 йылдан эш башлаған ике прокурор ярҙамсыһы М.М.Ғиләжев, И.Ә.Иҙрисов, өлкән инспектор – эш башҡарыусы Л.Ғ.Юлбарисова һәм водитель В.Х.Юлбарисовтан (ра-йон прокуратураһында 20 йылдан ашыу эшләйҙәр) торған коллектив алып бара.

Прокуратура органдары эшмәкәр-легенең төп йүнәлештәре булып граждандарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлау, енәйәтселеккә, коррупцияға ҡаршы көрәш, илдең хоҡуҡи берҙәмлеген тәьмин итеү тора.

Һәм, әлбиттә, прокурор эшмәкәрлегендә башҡарма, закондар сығарыусы һәм суд властары, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләү генә үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Уҙған йылға йомғаҡ яһап, беҙ үҙ бурыстарыбыҙҙы лайыҡлы үтәнек, тип ышаныслы рәүештә әйтә алабыҙ.

Район прокуратураһы тарафынан Федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өлкәһендә эшмәкәрлек буйынса йыл

буйына закон боҙоуҙың 1221 осрағы асылды, законһыҙ хоҡуҡи акттарға ҡарата 148 протест белдерелде, 293 күрһәтмә бирелде, 6,6 млн. һум дөйөм суммаға 233 дәғүә ебәрелде, прокурор тикшереүҙәре материалдары буйынса 74 кеше административ яуапҡа тарттырылды.

Иҡтисади йәһәттән ҡатмарлы мәл беҙҙән Хеҙмәт ҡануниәтен боҙоусыларға ҡарата ҡаты мөғәмәлә талап итә. Уҙған йылда беҙҙең тарафтан 180 закон боҙоу осрағы асылып, үҙ ваҡытында түләнмәгән хеҙмәт хаҡтарын түләтеү буйынса 79 дәғүә судҡа ебәрелде, 13 күрһәтмә бирелеп, 12 кеше административ яуапҡа тарттырылды.

Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өҫтөнлөклөләр иҫәбендә. Планлы һәм планһыҙ тикшереүҙәр уҙғарғанда ҡануниәтте боҙған өсөн 3 кеше административ яуапҡа тарттырылды.

Прокурорҙар мәғариф өлкәһендәге, һаулыҡ һаҡлау, бәлиғ булмағандарҙың хеҙмәткә һәм милеккә хоҡуҡтарын боҙоуҙарға әүҙем йоғонто яһаны. Етем балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау айырыуса иғтибар үҙәгендә булды.

Балаларҙың ялын ойоштороуҙа хәүефһеҙ шарттар менән тәьмин итеүҙә күп кенә эшләнде. Прокурор йоғонтоһо һөҙөмтәһендә балалар лагерҙарында закон боҙоуҙар бөтөрөлдө.

Прокурорҙың гражданлыҡ һәм арбитраж суд эшмәкәрлегендә дәғүәсе формаһында ҡатнашыуы шулай уҡ йоғонто яһауҙың әһәмиәтле һәм ҙур һорау менән файҙаланылған процессуаль сараһы булып ҡулланылды.

2018 йылда граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен яҡлап дөйөм юрисдикция һәм арбитраж судтарға 230-ҙан ашыу дәғүә һәм 6,6 млн. һумлыҡ суммаға ғаризалар ебәрелде.

Күҙәтеү эшмәкәрлегенең айырыуса мөһим бурыстарының береһе булып коррупцияға ҡаршы көрәш тора. Был йүнәлеш сиктәрендә 60 закон боҙоу осрағы асылып, прокурор йоғонтоһо буйынса 62 акт төҙөлдө, коррупция акты йәһәтенән килгән зыянды ҡаплатыу маҡсатында судҡа 4,5 млн-дан ашыу һумлыҡ суммаға 4 дәғүә ғаризаһы ебәрелде, коррупцион факторҙы үҙ эсенә алған 150-нән ашыу норматив хоҡуҡи акт өйрәнелеп, унда 36 коррупцион факт асылды.

Миҫал өсөн, прокурор йоғонтоһо акттары буйынса коррупцияға ҡаршы һәм муниципаль хеҙмәт ҡануниәттәрен боҙған өсөн урындағы үҙидара органдары муниципаль хеҙмәткәрҙәре вазифаларынан бушатылды.

Прокуратура органы башҡа органдар менән экстремизм һәм терроризмға ҡаршы эштә ярайһы ғына тырышлыҡ һала.

Граждандарҙың мөрәжәғәте менән эшләү – эшебеҙҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Район прокуратураһына мөрәжәғәт итеүсе граждандар һаны кәмемәй, был халыҡтың ышанысы юғары кимәлдә булыуын раҫлай. 2018 йылда район прокуратураһы 500 тирәһе мөрәжәғәт ҡабул итте. Һәр икенсе ялыу ҡәнәғәтләндерелә, йыл буйына дөйөм алғанда 400-ҙән ашыу граждандың боҙолған хоҡуғы тергеҙелде.

Прокурор эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу, хоҡуҡи мәғлүмәт биреү буйынса эшкә беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ. Былтыр гәзит биттәрендә 290-дан артыҡ материал донъя күрҙе.

Тормош бер урында тормай. Ҡануниәт тә, халыҡтың тормош кимәле лә, мәшғүллеге лә үҙгәрә. Бары тик районыбыҙ прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге генә үҙгәрешһеҙ ҡала – законға хеҙмәт итеү һәм үҙ һөнәри бурыстарын лайыҡлы, намыҫ менән үтәү.

Прокуратура законлылыҡтың һәм йәмғиәттә хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙың гаранты булып тора. Граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙың һөҙөмтәләре беҙҙең һөнәри оҫталыҡҡа, компетентлыҡҡа һәм эшебеҙгә бирелгәнлеккә бәйле. Ғафури районы прокуратураһы хеҙмәткәрҙәренең бөгөнгө быуыны исеменән прокуратура ветерандарына рәхмәт әйтәм һәм тәрән ихтирам белдерәм, ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ рух ныҡлығы теләйем. Район прокуратураһы коллективына һәм коллегаларға юғары һөнәри оҫталыҡ һәм хеҙмәт бурыстарының әһәмиәтен төшөрмәүҙәрен, кешеләр мәнфәғәте хаҡына намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләйем.

Барығыҙҙы ла һөнәри байрамыбыҙ – Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәре көнө менән! Еңел булмаған, әммә маҡтаулы эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет һәм шатлыҡтар теләп ҡалам.
Читайте нас: