Хәҙер кәрәкмәгән объектты һүтеү өсөн түбәндәге пункттарҙы үтәргә кәрәк:
1) Тәү сиратта бинаны инженер-техник селтәрҙәрҙән һүндереү өсөн эксплуатациялаусы ойошмаға мөрәжәғәт итегеҙ.
2) Әгәр кәрәк икән, бинаны эксплуатациянан сығарыуға ризалыҡ алығыҙ.
3) Объектты һүтеү проектын әҙерләү өсөн архитектура-төҙөлөш ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ.
4) Объект урынлашҡан урындағы үҙидара органын бинаның һүтелеүе тураһында иҫкәртегеҙ. Ул, үҙ сиратында, 7 көн эсендә документтарҙың дөрөҫлөгөн тикшерә һәм мәғлүмәт системаһында уларҙы урынлаштыра һәм был турала төҙөлөш күҙәтеү органдарын иҫкәртә.
5) Күсемһеҙ милек объектын һүтеп алыу өсөн шәхси эшҡыуарҙар менән килешеү төҙөргә кәрәк.
6) Ошонан һуң 7 көн эсендә бинаның һүтеп алыныуы тураһында урындағы үҙидара органына хәбәр итегеҙ. Дәүләт органы 7 көндә был турала мәғлүмәтте мәғлүмәт системаһына урынлаштыра һәм төҙөлөш-күҙәтеү органын иҫкәртә.
Эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн бирелмәгән участкала урынлашҡан гаражды, баҡсалағы йортто, хужалыҡ биналарын, шәхси төҙөлөш, ярҙамсы хужалыҡ объекттарын, шулай уҡ объектты һүтеү яңыһын төҙөү йәки реконструкциялау өсөн кәрәк булғанда, һүтеп алыу эштәренә проект төҙөргә кәрәкмәй.
Законда тағы ла бер яңылыҡ: үҙ аллы төҙөлгән биналарҙы һүтеп алырға
мәжбүр итеүҙәре бар. Үҙ аллы төҙөлөштө асыҡлаған күҙәтеүсе орган
урындағы үҙидара органдарына был турала хәбәр итә һәм быны раҫлаусы
документтарҙы бирә. Улар 20 көн эсендә төҙөлөш объектын һүтергә йәки
тейешле талаптарға тура килтереп үҙгәртергә тигән ҡарар сығара.