Үҙәк район дауаханаһынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2018 йыл һуҙымында алкоголле һәм спиртлы продукция эсеп ағыуланыуҙың ике тиҫтәгә яҡын осрағы теркәлгән. Тағы ла ғәжәбе: ошо диагноз менән дауаханаға бәлиғ булмаған үҫмерҙәр ҙә эләккән!
Оператив кәңәшмәләрҙең береһендә район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов бындай хәлдәргә юл ҡуйылмаҫҡа тейешлеген һыҙыҡ өҫтәнә алып, легаль булмаған алкоголь менән көрәште ныҡлы көсәйтергә тигән бурыс ҡуйҙы. Полиция, күҙәтеү органдары, ауыл биләмәләре хакимиәттәре, йәмәғәтселек бер төптән эш итергә тейеш. Йылдан-йыл ҡатыраҡ була барған федераль закондар ҙа был йәһәттән ярҙамға килә, енәйәтселек менән көрәштә өҫтәмә мөмкинлектәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, 2017 йылдың июлендә Дәүләт Думаһы алкоголле һәм спиртлы продукцияның законһыҙ әйләнеше өсөн енәйәт һәм административ яуаплылыҡты көсәйткән ике федераль закон ҡабул итте.
Урындарҙа легаль булмаған алкоголь һатыу менән көрәштә өмөт башлыса эске эштәр органдарына бағлана. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре уҙғарған тикшереүҙәр был өлкәлә закон боҙоуҙарҙы даими асыҡлай.
2018 йылда район биләмәһендә алкоголле һәм спиртлы продукцияның законһыҙ әйләнеше өсөн 68 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Уларҙан 51 гражданға алкоголле һәм спиртлы эсемлекте законһыҙ рәүештә ваҡлап һатҡан өсөн (РФ КоАП-ының 14.17.1-се статьяһы, 1-се өлөш) 1 миллион 530 мең һум штраф һалынған. Алты кешегә алкоголле продукцияны законһыҙ күсереп йөрөткән өсөн (РФ КоАП-ы, 14.17.1 ст., 2-се өлөш) дөйөм 16 мең һум, тағы 11 гражданға бәлиғ булмағандарға ваҡлап алкоголь һатҡан өсөн (РФ КоАП-ы, 14.16 ст., 2.1-се өлөш) 330 мең һумдан ашыу суммаға штраф һалынған. Тикшереүҙәр ваҡытында бөтәһе 1021 литр алкоголле һәм спиртлы продукция тартып алынған һәм административ материалдар судҡа ебәрелгән.
РФ Енәйәт кодексының 171.4-се статьяһы (спиртлы продукцияны ваҡлап һатҡан өсөн) – 3, 238-се статьяһы буйынса 1 енәйәт эше асылған.
Сағыштырыу өсөн: тотош 2017 йылда ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн район биләмәһендә 98 физик шәхес яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Шул иҫәптән алкоголде законһыҙ ваҡлап һатҡан өсөн – 22 кеше, уларға һалынған штрафтың дөйөм суммаһы 435 мең һум, ирекле һатыу тыйылған йәки сикләнгән тауарҙар һатҡан өсөн – 55 кеше (штраф суммаһы – 82500 һум) яуаплылыҡҡа тарттырылған. Йәнә 7 граждан 23.00 сәғәттән һуң иҫерткес һатҡан өсөн һәм 14 граждан уны бәлиғ булмағандарға һатҡан өсөн яза алған. Бөтәһе 761 литр алкоголле һәм спиртлы продукция тартып алынған.
Ике йыл күрһәткестәрен сағыштырып ҡараһаң, 2018 йылда алкоголле
продукция әйләнеше өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар һис кәмемәгәне күренә.
Тимәк, был яуызды еңеү өсөн көрәшәһе лә көрәшәһе әле.