+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
26 Март 2019, 14:46

Асыҡ форматта эшләйбеҙ

Башҡортостанда коррупцияны кәметеү мөмкинлектәре өйрәнелә. Өфөлә ошо өлкәлә ҡануниәтте ҡулланыу мәсьәләләренә арналған "түңәрәк өҫтәл" ойошторолдо.

Унда Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, Йәмәғәт палатаһы, Прокуратура, Тәфтиш комитеты вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан Фәндәр академияһы вице-президенты Айтуған Аҡманов үҙ сығышында:

- Был мәсьәләне асыҡ форматта күтәрәбеҙ. Бөгөнгө көндә ни өсөн ришүәтселек бар? Сөнки тенденция бар. Әлбиттә, уны бөтөрөргә кәрәк. Яңы етәкселек билдәләүенсә, беҙҙең йәмғиәт тик хоҡуҡи ҡанундарға ғына нигеҙләнеп йәшәргә тейеш, - тине.

- Социаль тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тәртип һаҡлау органдарында, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, белем биреүҙә ришүәтселек бар, - ти Республика йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Олег Ғәлин. – Ошо йәһәттән индерелгән тәҡдимдәр араһында бөтә тикшереләсәк өлкәләргә лә бер үк талаптар ҡуйылһын ине тигәне лә бар.


Читайте нас: