+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
26 Март 2019, 16:36

Ҡайҙа үлем һаталар? Хәбәр ит!

Бөтә республикалағы кеүек үк беҙҙең районда ла Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның беренсе этабы башланды. 11 марттан республиканың министрлыҡ һәм ведомстволарында “ҡыҙыу бәйләнеш” телефондары эшләй. Наркотиктар һатылған йәки һаҡланған урындарҙы белеүсе һәр кем был турала тәүлек әйләнәһенә шылтыратып хәбәр итә ала.

Акцияның төп принцибы – беҙҙең өсөн һәр мәғлүмәт мөһим. Шуға күрә әгәр ҙә наркотиктар әйләнешен күҙәтеү Идаралығы хеҙмәткәрҙәренә әйтер һүҙегеҙ булһа, полиция бүлексәләренә шылтыратығыҙ. БР Эске эштәр министрлығындағы 8(347) 279-32-92 “ышаныс телефоны”на ла шылтыратырға мөмкин. Һәр шылтыратыу күҙәтеү аҫтына алынып, тикшереләсәк. Бер мәғлүмәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Шылтыратыусының исем-шәрифтәре асыҡланмай.

Сараны ойоштороусылар граждандарҙың әүҙем тормош позицияһына ышана һәм тик бергә һәм берҙәм булғанда ғына наркомания проблемаһын хәл итергә мөмкин тип иҫәпләй.
Читайте нас: