Бурыслыларҙы асыҡлау буйынса эш махсус операциялар ваҡытында ғына түгел, ә даими алып барыла. Шуға күрә хоҡуҡ боҙоусыларға, үҙҙәренә артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай, штрафтарҙы ваҡытында һәм үҙ иректәре менән түләргә кәңәш итәбеҙ. Штрафтарҙы үҙ ваҡытында түләмәгәндә, административ яуаплылыҡ янай һәм материалдар судҡа ебәрелә. Ә был үҙ сиратында штрафтың ике тапҡырға артыуына (1 мең һумдан да кәм түгел) йәки 15 тәүлек административ ҡулға алыу йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеүгә килтерә. Суд ултырышы алдынан ғына штрафты түләү яуаплылыҡтан ҡотҡармай.
Бәйләнеш өсөн административ ҡануниәтте башҡарыу инспекторҙары: 2-22-10 телефонына, йәки өлкән инспектор вазифаһын башҡарыусы, полицияның өлкән сержанты Ринат Рәфит улы Хөснөтдиновҡа мөрәжәғәт итергә (адрес: Красноусол, Калмыков урамы, 16/1, 2-се ҡат, 2.11-се кабинет).