Кешене бер күреүҙә белеп булмай, шуға тәүләп күргән кешегә асылып бармағыҙ. Ҙур ғына аҡса менән бәйле ҡарар ҡабул итер алдынан мотлаҡ яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ. Әгәр һеҙгә, берәй туғанығыҙ, яҡынығыҙ, аварияға, төрмәгә, дауаханаға эләккән, уға ярҙам итергә аҡса кәрәк, тип шылтыраталар икән, белегеҙ – улар жуликтар. Телефонығыҙға, һеҙҙең банк картаһы блокировать ителгән, кире эшләтеп ебәреү өсөн фәлән-фәлән номерға шылтыратырға кәрәк, тигән смс-хәбәр килә икән – был да алдаҡ. Банк карталары улайтып блокировать ителмәй. Һеҙ автомобиль, ҡыйбатлы бүләк оттоғоҙ, тик уны алыу өсөн фәлән номерға аҡса күсерергә кәрәк тиеүҙәре лә алдаҡ. Бүләген дә ала алмаясаҡһығыҙ, аҡсағыҙҙы ла ҡайтарып бирмәйәсәктәр. AVITO, Юла һәм башҡа Интернет сайттары аша әйбер һатып алғанда айырыуса һаҡ булығыҙ, һатыусының ышаныслы икәнен асыҡламай тороп, интернет банк, QIWI-кошелек аша аҡса күсермәгеҙ.
Һеҙгә таныш булмаған кешеләр килеп, дарыу, аҙыҡҡа өҫтәмәләр, бөтә сирҙән дауалаусы медицина аппараттары тәҡдим итәләр икән – был алдаҡ. Бындай нәмәләр махсуслаштырылған дарыуханаларҙа ғына һатыла, ә уларҙы ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк.