-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
9 Апрель 2019, 14:39

«Ҡара кейемдәгеләр» кеше хәленә инә белә

Ай һайын Суд приставтары хеҙмәте етәкселеге, белгестәре теге йәки был районға сығып, граждандарҙы күсмә ҡабул итеүҙәр уҙғара. Күптән түгел Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе – баш суд приставы Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов районда граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауҙары төрлөсә булды. Баш суд приставы уларҙың һәр ҡайһыһына ентекле аңлатма бирҙе.

БР Суд приставтары хеҙмәте етәксеһе  Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы.
БР Суд приставтары хеҙмәте етәксеһе Илнур Әнүәр улы Мәхмүтов йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы.
Ҡабул итеүҙән һуң, беҙ, район гәзиттәре журналистары Илнур Әнүәр улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул ҡабул итеүгә килгән граждандарҙың мөрәжәғәттәрен анализланы һәм беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла ҙур теләк менән яуап бирҙе.

- Был көндө 5 кешене ҡабул иттек, - тине баш суд приставы. - Йыш ҡына кешеләр алимент түләмәү кеүек һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Тап ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорап 2 граждан ҡабул итеүгә килде. Минеңсә, алимент түләүҙәренән ҡасып йөрөп кенә, өҫтәүенә, эшһеҙлеккә һылтанып, ҡотолоп булмай, бурыс йыйылғандан-йыйыла ғына бара: Рәсәй Федерацияһы буйынса ай һайын уртаса эш хаҡын алғанда ул 40 мең һум тәшкил итә. Бер йылға бынан ҙур ғына сумма килеп сыға, шуға ла алиментсыға эшләмәүҙән файҙа юҡ! Әгәр ҙә ул ябай эшсе булып, хеҙмәт хаҡы ла юғары булмаған эштә эшләй, йәғни рәсми эш урыны бар икән, бурыслының эш хаҡының дүрттән бер өлөшөн генә (балалары һанына ҡарап) түләттереү ҡаралған, бурыс та йыйылмай. Эш таба алмай икән, ваҡытлыса эшһеҙлек буйынса иҫәпкә баҫыу өсөн Мәшғүллек үҙәгенә йүнәлтмә бирелә. Алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәргә закон йылдан-йыл ҡатылана бара, админис-тратив яуапҡа тарттырыла, унан да файҙа булмаһа, РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһына ярашлы, енәйәт яуаплылығы янай. Тап ошондай алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәрҙең 40 проценты административ яуапҡа тарттырылғас ҡына бурыстары хаҡында иҫтәренә төшөрә. Иң вайымһыҙҙарға енәйәт эше асыла – республика буйынса башҡарыуҙа 1400-ҙән ашыу эш булып, Ғафури районында былтыр - 16, ағымдағы йыл башынан 2 бурыслыға енәйәт эше асылған.

Беҙҙең, суд приставтары (ҡайһы саҡ “ҡара кейемдәгеләр” тип атайҙар) компетенцияһына шулай уҡ үҙ бурыстарын (10 мең һумдан ашыу) түләүҙән ҡасып йөрөүселәрҙе хоҡуҡтарынан сикләү: сит илгә сығырға рөхсәт бирмәү һәм башҡалар инә, - тип аңлатма бирҙе Илнур Әнүәр улы.

-Суд приставтары эшмәкәрлегендә бурыслыны фатирынан йәки йортонан ҡыуып сығарыу (тартып алыу) ҡулланыламы?

- Әлбиттә, был кешенең берҙән-бер йәшәр урыны булһа ла, - тип яуапланы И.Мәхмүтов. – Был алдағыһын уйламай эш итеүҙән шулай килеп сыға: кеше ипотека кредиты ала, әммә ниндәйҙер сәбәп менән (эшһеҙ ҡала һәм башҡалар) иғәнәләрҙе түләй алмай. Бурыстар йыйыла һәм банк бурысты ҡаплатыу өсөн фатирын тартып ала. Ә микрофинанс структуралары менән тағы ла аяныслыраҡ. Килешеүҙәге яҙыуҙарҙы ныҡлап уҡып торма-йынса кеше имзаһын ҡуя һәм кредит ала. Бик ҙур сумма ла түгел, әммә, асыҡланыуынса, шарттарын да ябай тип әйтеп булмай. Шулай итеп, кешегә кәрәҙле телефон йәки телевизор йөҙ мең һумға барып баҫа. Кредитты үҙ ваҡытында түләмәгән осраҡта әҙәм ышанмаҫлыҡ сумма йыйыла, был хаҡта бурыслы суд ҡарарын алғас ҡына белә. “Минһеҙ мине өйләндергәндәр”, тигәндәй, кешене суд ултырышына саҡырып та тормай, бойороҡ сығаралар. Һис шикһеҙ, судтан килгән документтарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Был осраҡта ҡурҡып-өркөп ҡалырға түгел, ә һеҙҙән башҡа суд бойороғо сығарыуҙарын, был ҡарар менән риза түгеллегегеҙҙе белдереп, уны көсөнән сығарыу ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Күпселек (99%) осраҡта бөтөн документтарҙы өйрәнгәндән, шаһиттарҙан һорағандан һуң, бурыстың суммаһы 60-70 процентҡа кәметелергә мөмкин. Бына шуның өсөн дә үҙ хоҡуҡтарыңды яҡларға һәм даулауҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.

- Әгәр ҙә бурыстар коллекторҙарға күсерелеп, улары тыныс йәшәргә ирек бирмәһә?

- Был осраҡта туранан-тура беҙҙең Суд приставтары хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, сөнки 2017 йылдан алып уларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү – беҙҙең иңдә. Уларҙың эш ысулдары, шылтыратыу ваҡыты һәм оҙайлылығы һәм башҡалар ҡәтғи рәүештә закон менән нығытылған. Ошо осорҙа вайымһыҙ коллекторҙарға 1,5 миллион һум тирәһе штрафтар һалынды. Әгәр ҙә һеҙгә законһыҙ рәүештә коллекторҙар, шулай уҡ яҡындарығыҙға, күршеләрегеҙгә, эш урынығыҙға шылтыратып йонсотһалар, өйөгөҙгә килһәләр, мөрәжәғәт итегеҙ – һеҙгә тейешле аңлатма бирербеҙ һәм юридик ярҙам күрһәтербеҙ. Шуға ла бындай хәлдәргә тарымаҫ өсөн, алдан барыһын да уйлап эш итегеҙ. Ғаилә бюджеты наҡыҫ икән, яңы телефонһыҙ, телевизорһыҙ һәм башҡа әйберҙәрһеҙ ҙә йәшәп була, улар йәшәү өсөн бик тә мөһим түгел. Бары тик ваҡытыңды, нервыларыңды һәм аҡсаңды бушҡа сарыф итеү генә.

- Илнур Әнүәр улы, суд приставтары-башҡарыусыларҙы йыш ҡына ныҡ ҡатылыҡта ғәйепләйҙәр...

-Нигеҙҙә был дөрөҫ түгел. Беҙҙең маҡсат-бурыстарыбыҙ булып граждандарға алда билдәләп үтелгән осраҡтарҙы булдырмау йәһәтенән аңлатыу эше алып барыу тора. Беҙ ҙә кешеләр, ябай граждандарҙың законды белмәүе йәки ҡабаланыуы һөҙөмтәһендә ниндәй хәлдәргә тарыуын яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ла беҙгә, табиптар кеүек, аҙаҡ улар менән эшләүгә ҡарағанда, эҙемтәләрҙе иҫкәртеүе еңелерәк. Әммә суд ҡарарҙарын үтәү – беҙҙең төп һөнәри бурысыбыҙ. Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында 578 суд приставы хеҙмәт бурыстарын башҡара. Улар тарафынан былтыр 16,3 млрд һум бурыстар түләттереп алынды (Рәсәй Федерацияһы буйынса иң юғары күрһәткес), 14 млрд һум тирәһе мөлкәт тартып алынды, шул иҫәптән алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәрҙең. Ошо уҡ сәбәп менән 30-ҙан ашыу кеше иркенән мәхрүм ителде һәм башҡалар.

- Күсмә ҡабул итеүҙәрҙең маҡсаты нимәнән ғибәрәт? Уларҙың файҙаһы бармы?

- Урындарға, йәғни райондарға сығып, күсмә ҡабул итеүҙәрҙе ай һайын мин үҙем дә, шулай уҡ 5 урынбаҫарым да уҙғарабыҙ. Төп маҡсат – ни өсөн граждандар урындағы вәкилдәргә түгел, ә юғарғы етәкселәргә мөрәжәғәт итергә теләүен асыҡлау, урында уларҙы нимә ҡәнәғәтләндермәй, түбәнге подразделениелар яғынан мөрәжәғәттәр иғтибарһыҙ ҡалдырылмаймы һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү. Бер үк ваҡытта урындарҙа коллегаларыбыҙҙың эшен, ҡабул итеү уҙғарыуын ҡарайбыҙ, документацияларының ниндәй хәлдә булыуын һәм башҡаларҙы белешәбеҙ. Консультация һәм әңгәмәләр ҙә артыҡ булмай, улар барышында сетерекле

мәсьәләләр ҙә килеп сыға, уларҙы бергәләп хәл итәбеҙ. Ғафури подразделениеһы эшмәкәрлегенә килгәндә, бында штат тулыһынса комплектланды, коллегаларға емешле эш теләргә генә ҡала. Кәрәк икән, ярҙам итербеҙ, аңлатырбыҙ һәм берлектә закон һәм кешеләр һағында торорбоҙ.

- Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.


Читайте нас: