-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
9 Апрель 2019, 14:01

Белешмә кәрәкме?

РФ Эске эштәр министрлығының 2011 йылдың 7 ноябрендәге 1121-се бойороғо менән раҫланған Административ регламентҡа ярашлы, хөкөм ителгәнлек йәки енәйәт эҙәрләүе факты булыуы йәки булмауы, енәйәт эҙәрләүенең туҡтатылыуы тураһында белешмә алыу өсөн шәхесте раҫлаусы таныҡлыҡтарҙың: Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты, СНИЛС-тың төп нөсхәһе, кәрәҙле элемтә телефоны булыуы кәрәк.

РФ ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлегенә бирелгән ғаризалар Дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталы: http:/www/gosuslugi.ru аша электрон юл менән эшкәртелә. Хөкөм ителгәнлек булыуы (булмауы) тураһында белешмә һораған ғариза электрон юл менән бирелһә, ул тиҙерәк һәм бушлай бирелә.

Ғаризаны түбәндәге адрес буйынса бирергә мөмкин: Башҡортостан Республикаһы, Ғафури районы, Красно-усол ауылы, Калмыков урамы, 23-сө йорт, 1.1-се бүлмә, Ғафури районы буйынса эске эштәр бүлеге бинаһы. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(34740) 2-75-24.


Читайте нас: