Яҙғы йылы көндәр етеү менән сүп-сар һәм кипкән үләнде яндырыуға бәйле янғын осраҡтары бермә-бер арта. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү, тәмәкене һүндермәйенсә ырғытыу, балаларҙың ут менән шаярыуы янғындарҙың төп сәбәбе булып тора. Күп ваҡыт кешеләр урам тирәһен, баҡсаһын үлән ҡалдыҡтарынан, сүп-сарҙан таҙарта ла уны хужалыҡ ҡаралтылары, ағас кәртәгә яҡын итеп өйөп, яндыра башлай, өҫтәүенә ҡарауһыҙ ҡалдыра. Тап шунан янғын сыға ла инде. Ҡаралтылар бер-береһенә яҡын урынлаштырылған осраҡта ут бер участканан икенсеһенә күсә.
74-се янғын һағы ауылдарҙан ситтә, урманда, баҡсала ял иткәндә лә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: усаҡты елһеҙ көндә, ҡаралтыларҙан кәмендә 50 метр алыҫлыҡта ғына тоҡандырырға мөмкин һәм уны ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Сүп яндырғанда янығыҙҙа биҙрә менән һыу һәм көрәк булыуы мотлаҡ. Елле көндә сүп яндырыуҙан тотош урам, ауыл янған осраҡтар тураһында һәр кемдең ишеткәне барҙыр. Ихаталағы, баҡсалағы сүп-сарҙы яндырмайынса бер урынға өйөп, серетмә итергә лә мөмкин бит. Серемәй торғандарын идарасы компания етәкселәре менән һөйләшеп, сүплеккә түгеүҙе ойошторорға ла була. Йәй айҙарында йорт тирәһендәге үләндәрҙе даими сабырға кәрәк.
Йорт-ҡуралар йәнәшәһендә усаҡ, мангал тоҡандырмағыҙ, усаҡты һүндермәйенсә ҡалдырмағыҙ. Балаларҙы контролдә тотоғоҙ, үҙҙәрен генә ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмағыҙ. Ут менән һаҡ эш итегеҙ, үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ.
Янғын осрағында 01, 2-11-01, 112 (кәрәҙле телефон өсөн) телефондары буйынса шылтыратығыҙ.