-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
9 Апрель 2019, 14:03

“Ҡоралыңды тапшыр!” 3

Росгвардияның БР буйынса лицензия-рөхсәт эштәре Идаралығы 1-12 апрелдә “Ҡорал” оператив-профилактик сараһы уҙғара. Һәм шуны иҫкәртә: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 3 апрелендәге 90-сы һанлы ҡарарына ярашлы, үҙ теләгең менән законһыҙ һаҡланған ҡоралды һәм боеприпастарҙы тапшырып, аҡсаға эйә булырға мөмкин.

Законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм боеприпастарҙы тапшырыу өсөн йәшәгән урын буйынса полицияға мөрәжәғәт итергә һәм үҙ теләгең менән тапшырыласаҡ атыу предметының тулы атамаһын күрһәтеп ғариза яҙырға, шулай уҡ уның ҡайҙан алыныуы (табыу урыны) хаҡында аңлатма бирергә, үҙең менән паспорт алып килергә һәм ҡоралды, боеприпастарҙы тапшырырға кәрәк.

Артабан эске эштәр органының махсус комиссияһы ҡарай һәм тапшырылған ҡорал, боеприпастар өсөн түләү хаҡын билдәләй, уның нигеҙендә түләүҙәр ойошторола.


Читайте нас: