-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
19 Апрель 2019, 16:12

Артыҡ эш сәғәте өсөн түләттерелгән

Ғафури районы прокуратураһы БР Красноусол балалар санаторийы һаулыҡ һаҡлау дәүләт автономлы учреждениеһы эшмәкәрлегендәге хеҙмәт ҡануниәте үтәлешен тикшерҙе.

Тикшереүҙән шул асыҡланды, хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында эш сәғәте табелендә хеҙмәткәрҙәрҙең юл ҡағыҙҙарына (путевой лист) ярашлы эшләп үткәрелгән сәғәттәре иҫәбе тап килмәй.

Эш сәғәтен иҫәпләү табелендә эшләп үткәргән ваҡытты иҫәпләгәндә хаталаныу һөҙөмтәһендә 5 хеҙмәткәргә дөйөм суммаһы 75 мең һумдан ашыу тәшкил иткән эш сәғәтенән тыш эшләгән өсөн хеҙмәт хаҡы түләп еткерелмәгән.

Был факт буйынса район прокуратураһы тарафынан Красноусол балалар санаторийының баш табибына ҡарата РФ КоАП-ының 5.27-сы статьяһы 6-сы бүлеге буйынса (эш хаҡын тулыһынса һәм үҙ ваҡытында түләмәү) административ производство асылды, етәксе административ яуапҡа тарттырылып, 10 мең һум штраф һалынды.

Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында санаторий етәкселегенә ҡарата асылған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмә сығарылды.

Прокурор йоғонтоһо акты ҡаралып ҡәнәғәтләндерелде, район прокуратураһы тарафынан асылған етешһеҙлектәр тулыһынса бөтөрөлдө, эш хаҡы түләттерелде.

Үҙ бурыстарын тейешенсә башҡармаған вазифалы ике кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.


Читайте нас: