-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
26 Апрель 2019, 12:16

Сәскәләрҙе өҙмәгеҙ

Урмандарҙа тәүге сәскә-ләр - умырзаялар күренә башланы. Ә күптәребеҙ уларҙың Рәсәй Федерация-һының Ҡыҙыл китабына индерелгәнен белмәй ҙә. Уны күпләп йыйып, һатыуға сығарып аҡса эшләүселәр ҙә юҡ түгел.

Республика Экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы һәм Муниципаль район хакимиәте ошо хәлгә бәйле гәзит уҡыусыларҙы юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янап, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән сәскәләр, үҫемлектәр, был осраҡта умырзаяларҙы өҙөү, уны һатыу маҡсатында күпләп йыйыу ҡәтғи тыйылыуы хаҡында иҫкәртә. Респуб-лика Хөкүмәтенең 1985 йылдың 26 декабрҙәге 212-се һанлы “Башҡортостан биләмәһендә ҡырағай үлән төрҙәрен һаҡлау тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, һирәк осрай торған ҡырағай үләндәрҙе, шул иҫәптән дарыу үләндәрен йыйыу, һатыу тыйыла. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 5.1-се статьяһында Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр, сәскәләрҙең, шулай уҡ хайуандарҙың үҫеү (йәшәү) мөхитен боҙған, уларҙың кәмеүенә йәки һәләк булыуына килтергән ғәмәлдәр өсөн административ штраф ҡаралған. Штраф күләме граждандар өсөн 1-2 мең һум, вазифалы кешеләргә - 3-5 мең, юридик шәхестәргә 30-40 мең һум тәшкил итә.
Читайте нас: