Ул законһыҙ рәүештә ҙур күләмдә психотроп матдәләр һатыуҙа ғәйепләнә. Тикшереү версияһы буйынса енәйәтсе 2018 йылдың ғинуар айында Стәрлетамаҡ ҡалаһында ирекле һатыуҙа тыйылған психотроп матдәле таблеткалар менән пакет таба. Бер айҙан ғәйепләнеүсе 5000 һумға ошо таблеткаларҙы йәшерен урынға ҡалдыра һәм танышына 64 таблетка һата. Бынан һуң полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға ала.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы. Ғафури район суды уны 9 йылға иркенән мәхрүм итте.
район прокуроры ярҙамсыһы,