Балаларҙың хәүефһеҙлеген күҙ уңында тотоп, йыл һайын Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә “Иғтибар, балалар!” тип аталған махсус профилактик сара үткәрелә. Уның барышында балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларына эләгеп имгәнеүен булдырмауға йүнәлтелгән саралар уҙғарыла.
Ҡәҙерле өлкәндәр, юлда йөрөгәндә - тротуарҙа бараһыңмы, әллә машина юлын аша сығаһыңмы - һәр ваҡыт иғтибарлы булырға кәрәклеген балаларға иҫкәртеп тороғоҙ. Уларға транспорт күпләп йыйылған урындар, күперҙәр, тар урамдарҙан, тыҡрыҡтарҙан оло урамға килеп сыҡҡан тирәләр, ойошмаларҙың, магазиндарҙың машина туҡталҡалары айырыуса хәүефле урын икәнен аңлатығыҙ. Онотмағыҙ: юлда хәүефһеҙлек һәр беребеҙҙән тора.