-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
24 Май 2019, 13:23

Янғын иҫкәрткестәр урынлаштырыла

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тигәндәй, хәүефһеҙлек сараларын күрмәгәндә күҙ асып йомған арала бар мөлкәтең юҡҡа сығырға ла мөмкин. Улай ғына булһа ярай ҙа, янғындар эсендә кешеләрҙең, бигерәк тә сабыйҙарҙың, ғүмере өҙөлөүе бик тә аяныслы. Ошондай күңелһеҙ эҙемтәләрҙе булдырмауҙы иҫтә тотоп, республика Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә күмәк балалы, имен булмаған ғаиләләрҙең, өлкән йәштәгеләрҙең өйҙәре-нә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма урынлаштырыу эше дауам итте.

Билдәле булыуынса, был ҡоролмалар йорттоң түшәменә ҡуйыла, янғын сыҡҡан осраҡта бинала барлыҡҡа килгән төтөн өҫкә күтәрелеп, ҡоролмаға эләгә һәм хатта йоҡлап ятҡан кешене лә уятырлыҡ көслө тауыш сығара.

Былтыр республикала янғын сигнализацияларын 2018 йылда сабыйҙары тыуған ғаиләләрҙең йорттарына урынлаштырыу башланғайны. Районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләре лә был акцияға ҡушылды. Район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы, халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау бу-йынса баш белгесе Вадим Шакиров әйтеүенсә, ра-йонда был эш 2017 йылдан уҙғарыла килә һәм ике йылда йәмғеһе 1208 дана янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы урынлаштырылған.

Красноусол ауыл биләмәһендә былтыр 139 бала донъяға килгән һәм биләмә хеҙмәткәрҙәре 74-се янғын часы янғын һүндереүселәре менән берлектә тап ошо яңы тыуған сабыйлы йорттарға иҫкәртеү ҡоролмалары таратып сыҡты. Был үтә лә мөһим эш быйыл да дауам итә.


Читайте нас: