-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
18 Июль 2019, 16:56

Йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары яңыра

19 июлдә Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү процедураһы башлана. Мәжбүри тотоу урындарында тотолған кешеләрҙең хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контролен бойомға ашырырға теләүсе кандидаттар Рәсәй Йәмәғәт палатаһы исеменә документтарын бирергә саҡырыла.

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретарының йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү процедураһы башланыуы тураһындағы хаты менән таныштырабыҙ.

“Мәжбүри тотоу урындарында кешеләрҙең хоҡуҡтарын тәьмин итеүгә йәмәғәт контроле тураһында һәм мәжбүри тотоу урындарында булған кешеләргә булышлыҡ итеү хаҡында” 2008 йылдың 10 июнендәге 76-ФЗ һанлы Федераль законға ярашлы, 2019 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү процедураһы башланыуын хәбәр итәм.

Дөйөм Рәсәй, төбәк-ара, төбәк йәмәғәт ойошмаларына Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы составына кандидатуралар күрһәтеү процедураһында ҡатнашырға һәм 60 көн эсендә Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы секретары В.А.Фадеев исеменә тейешле ғариза һәм атап үтелгән Федераль закон менән ҡаралған документтарҙы ебәрергә тәҡдим итәм.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәмәғәт күҙәтеү комиссияларын булдырыу тәртибе тураһындағы мәғлүмәт һәм йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары ағзалығына кандидаттар күрһәтеү буйынса Тәҡдимдәр Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт советы сайтында урынлаштырылған: http://wwwopf.ru.

Белешмәләр өсөн телефон: 8(495) 221-83-63, өҫтәмә номер 2152.

В.А.ФАДЕЕВ, РФ Йәмәғәт палатаһы секретары.

Читайте нас: