+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
6 Ноябрь 2020, 18:10

“Комендант сәғәте” күҙәтеләме?

2010 йылдың 14 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында” Башҡортостан Республикаһы законына ярашлы, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында үҫмерҙәрҙе һаҡлау маҡсатында 2020 йылдың 27 октябренән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүһеҙлекте һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау системаһы хеҙмәттәре менән берлектә комендант сәғәте нисек күҙәтелеүен тикшереү буйынса район буйлап рейдтар үткәрә.

“Төнгө ваҡытта” 17 йәше тулмаған бәлиғ булмаған граждандар ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре оҙатыуынан тыш йәмәғәт урындарында булырға тейеш түгел. “Төнгө ваҡыт” тип йәйге осорҙа (1 майҙан 30 сентябргә тиклем) урындағы ваҡыт менән 23 сәғәттән таңғы сәғәт 6-ға, ә ҡышҡы осорҙа (1 октябрҙән 31 апрелгәсә) 22 сәғәттән 6 сәғәткә тиклем ваҡыт иҫәпләнә.
Йәмәғәт урыны тип урамдар, стадиондар, майҙандар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, пляждар, скверҙар, ихаталар һәм күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм файҙаланыу урындары, йәмәғәт транспорты, вокзал биналары һәм биләмәләре, йылға порттары, аэропорттар, зыяраттар, интернет-кафелар һанала.
Полиция хеҙмәткәрҙәре төнгө ваҡытта йәмәғәт урынында законлы вәкилдәренән башҡа йөрөгән бәлиғ булмаған үҫмерҙе осратһа, улар шәхесен һәм йәмәғәт урынында йөрөүенең сәбәбен асыҡлау өсөн полиция бүлегенә килтерелә. Законлы вәкил йәки уларҙы алмаштырған кешеләр РФ КоАП-ының 5.35-се статьяһы буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ата-әсәгә йәки законлы вәкилдәргә ҡарата вазифалы кешеләр тарафынан административ протокол төҙөлөп, артабан ҡарау өсөн улар йәшәгән урындағы бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияға ебәрелә.

Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлеге.

Читайте нас: