+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ
9 Июль 2023, 12:20

Прокуратура аңлата: законда үҙгәрештәр

2023 йылдан ҡануниәткә дача һәм ҡала ситендәге шәхси йорт хужаларына туранан-тура ҡағылған үҙгәрештәр индерелде.

Прокуратура аңлата: законда үҙгәрештәр
Прокуратура аңлата: законда үҙгәрештәр

Ҡойма дөрөҫ ҡуйылмаһа...

2023 йылдан ҡануниәткә дача һәм ҡала ситендәге шәхси йорт хужаларына туранан-тура ҡағылған үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар араһында - ҡойманы дөрөҫ урынлаштырмаған өсөн штраф һәм артабан судта ҡаралыу ихтималлығы ла бар.
Ер участкаһы булған һәр кем үҙ биләмәһен ҡоймалап алырға хоҡуҡлы. Ул биләмәне сит кешеләрҙән һаҡлай, милексе һәм уның ғаиләһе өсөн уңайлылыҡ тыуҙыра. Ләкин күп кенә шәхси йорт хужалары ҡойма ҡуйғанда үҙенсә генә уйлай, ә ҡануниәттә нимә ҡаралғанына иғтибар итмәй. Һөҙөмтәлә милексенең күршеләре ялыу менән судҡа мөрәжәғәт итергә, ә тикшереү бүтән закон боҙоуҙарҙы ла асыҡларға мөмкин.
Әгәр ер участкаһы хужаһы ҡоймаһын яңыртырға булған, ләкин уны, тигеҙләйем типме, элекке урынынан ситкәрәк урынлаштырған икән, хатта бер нисә сантиметрға тышҡараҡ сығарыу ҙа күршеләрҙең биләмәһен үҙ белдегеңә баҫып алыу тип баһаланасаҡ. Күршеләр судҡа мөрәжәғәт итһә инде, милексе штраф та, кәртәне элекке урынына күсерергә тигән талап та аласаҡ.
Бынан тыш, фекер айырмалығына килтергән сәбәпсегә – ҡоймаға ҡарата ла талаптар бар. Атап әйткәндә, участкалар араһына тоташ ҡойма ҡуйыу тыйыла – сөнки ҡояш яҡтыһын ҡаплай. Һөҙөмтәлә күршеләрҙең ҡоймаһы үҫентеләрҙе күләгәләй, шуға улары үҫә, емеш бирә, сәскә ата алмай тип күршеләр судҡа бирә ала. Был осраҡта ер хужаһы штраф һәм ҡағиҙәнән тайпылыуҙы бөтөрөргә тигән талап аласаҡ.
Күрше участкалар араһында ҡойма бейеклеге кәмендә 1,2 метр һәм иң күбе 1,8 метр, ҡойма үҙе сеткалы материалдан, мәҫәлән, сетка-рабица булыуы тәҡдим ителә. Урамға сыҡҡан яҡлап тоташ ҡойма ҡуйырға рөхсәт ителә. Участкалар араһында ла тоташ кәртә ҡуйырға мөмкин, әгәр башҡа милекселәрҙең ризалығы булһа. Ситке яҡты – йырын йәки юл яғын нисек кәртәләүҙе генә бүтәндәрҙең ризалығын һорамай хәл итергә була.
Йыш ҡына милекселәр ҡоймаһын алғараҡ, юлға яҡын сығара. Был шәхси биләмәне муниципаль ер иҫәбенә киңәйтеү һәм биләмәне үҙ белдегеңә биләп алыу тип баһалана. Бының өсөн дә штраф ҡаралған.
Ҡойманы дөрөҫ урынлаштырмаған өсөн штраф ер участкаһының кадастр хаҡының 1 процентынан 1,5 процентына тиклем тәшкил итә, ләкин 5 мең һумдан кәм түгел. Ә инде участканың хаҡы билдәләнмәгән булһа, штраф суммаһы 10 меңгә күтәрелә.
Янғын хәүефһеҙлеге тураһында ла оноторға ярамай. Янмай торған материалдан, мәҫәлән, профнастилдан эшләнгән ҡойма менән капиталь ҡаралты араһында ара кәмендә 6 метр булырға тейеш. Әгәр кәртәләгәндә ағас ҡулланылған, ә эргәлә ағас түбәлекле капиталь төҙөлөш тора, йәғни яныусан материал сикләнгән күләмдә ҡулланылған икән – ара кәмендә 8 метр булырға тейеш. Әгәр ҙә ҡойма ла, уның эргәһендәге капиталь төҙөлөш тә тулыһынса ағастан икән, уларҙың араһы кәмендә 15 метр булырға тейеш.

Яза көсәйтелә

Бәлиғ булмағандарҙың енси тейелгеһеҙлегенә ҡаршы енәйәт ҡылған өсөн енәйәт яуаплылығын көсәйтеүгә йүнәлтелгән законға ҡул ҡуйылды.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 131-се (“Көсләү”) статьяһының бишенсе өлөшөнә һәм 132-се (“Көслөк менән ҡылынған енси характерҙағы ғәмәлдәр”) статьяһының бишенсе өлөшөнә шундай положениелар өҫтәлә: бәлиғ булмағандың енси тейелгеһеҙлегенә ҡаршы енәйәт ҡылған өсөн элек хөкөм ителгән кешегә ҡарата, ун дүрт йәше тулмаған кешегә генә түгел, ә ун дүрт йәштән өлкән бәлиғ булмаған кешегә ҡарата енәйәт ҡылһа ла, яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай итеп, бындай енәйәт ҡылған өсөн ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеү рәүешендәге иң ҡаты яза билдәләнә.
Бәлиғ булмағандың енси тейелгеһеҙлегенә ҡаршы ҡылынған енәйәт өсөн дә, әгәр был ғәмәлдәр ике йәки унан күберәк бәлиғ булмаған кешегә ҡарата ҡылынһа, йәки шәхескә ҡарата икенсе ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәт ҡылыу менән бәйле булһа, шундай уҡ яуаплылыҡ ҡарала.
Кодекстың 57-се статьяһының беренсе өлөшөнә индерелгән үҙгәрешкә ярашлы, бәлиғ булмағандар нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың енси тейелгеһеҙлегенә ҡаршы айырыуса ауыр енәйәт ҡылған өсөн ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү язаһы билдәләнә.
А.СӘЛИХОВА,
Ғафури районы прокуроры ярҙамсыһы.

Прокуратура аңлата: законда үҙгәрештәр
Прокуратура аңлата: законда үҙгәрештәр
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: