15 ғинуарҙа гражданин С.-тан уға ят шылтыратыуҙар килеү һәм “Госуслуги”ҙағы шәхси кабинетын ватып инеү факты буйынса тикшереү үткәреүҙе һораған ғариза ҡабул ителде.
Асыҡланыуынса, 13 ғинуарҙа уға “WhatsApp” мессенджеры аша шылтыратып, Пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныталар һәм С. ваҡытынан алда пенсияға сыға ала, бының өсөн Пенсия фондына барырға, ә ҡабул итеүгә инер өсөн алдан яҙылырға кәрәк, тиҙәр. С. быға ышана һәм үҙенең паспорт серияһы менән номерын әйтә. Ҡабул итеүгә яҙылыуҙы раҫлау өсөн телефонына СМС менән тәүҙә өс урынлы һандан торған код, һуңынан алты урынлы код киләсәк, тиҙәр. С. уларға был кодтарҙы әйтә, шунан һуң мутлашыуҙың ошондайыраҡ ысулдары булыуын иҫенә төшөрөп, телефонын һүндерә һала. Аҙаҡ уға +бүтән номерҙарҙан, шулай уҡ “WhatsApp”тан “Госуслуги” эмблемалы номерҙан ҡабат-ҡабат шылтыраталар, тик С. улар менән һөйләшмәй. Артабан ул МФЦ-ға бара, унда уның “Госуслуги”ҙағы шәхси кабинеты ватылғанын, шәхси мәғлүмәттәре ҡарап сығылғанын әйтәләр. С. шәхси кабинетына инеүҙе тергеҙә, был фактты теркәүҙе һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Уға бер ниндәй ҙә матди зыян килтерелмәй.
15 ғинуарҙа гражданка А.-ның да ғаризаһы теркәлде. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 15 ғинуарҙа уға “WhatsApp” аша “Электросеть” хеҙмәткәре булып шылтыраталар, хисаплағысты тикшерергә, бының өсөн килешеү төҙөшөргә кәрәк, тиҙәр. Күп уйлап тормай, А. риза була. Шунан телефонына килгән кодты әйтә (кодтың ҡайҙан килгәнен иҫләмәй). Кодты әйткәндән һуң ҡатын иҫенә килә, килешеү төҙөшөргә теләмәйем тип “WhatsApp”-ҡа яҙып ебәреүенә “Хәҙер һуң инде, апаҡай” тип яуаплайҙар. Шунан һуң А. полицияға шылтырата һәм МФЦ-ға бара, унда уның паролен алыштыралар. Ваҡытында эш итеү арҡаһында ғына гражданка А.-ға бер ниндәй ҙә зыян килтерелмәй ҡала.
20 ғинуарҙа гражданин Б.-ның уның исеменә банктарҙың береһенән кредит алыу факты буйынса тикшереү үткәреүҙе һораған ғаризаһы теркәлде.
Тикшереү асыҡлауынса, Б.-ға 2024 йылдың ноябрь аҙаҡтарында “Whatsapp” ҡушымтаһынан билдәһеҙ номерҙан шылтыратыу килә. Ҡатын-ҡыҙ тауышы үҙен МТС кәрәҙле бәйләнеше операторы тип таныта ла, һөйләшеүҙе видеобәйләнеш аша ир кешегә тоташтыра. Был ир Б.-ның абонент номерының ғәмәлдә булыу ваҡыты сыҡҡан, шуға сим-картаның ваҡытын оҙайтырға һәм тарифты үҙгәртергә кәрәк, тип белдерә. Артабан Б. тегеләр әйткән ссылкалар буйынса үтеп, ниндәйҙер ҡушымталарҙы телефонына скачивать итә. Ссылкаларҙы ла, ниндәй ҡушымталар икәнен дә иҫләмәй, бары нимә әйтәләр, шуны үтәй. Телефонына бер ниндәй смс-код килмәй, бер кемгә лә үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен әйтмәй.
Б.-ға “Whatsapp” аша өс көн шылтыраталар, һәр ҡайһыһында 15-әр минут тирәһе һөйләшәләр. Аҙаҡҡыһында телефонды Б.-ның ҡыҙы ала һәм мошенниктар икәнен аңлап ҡалып, атаһына әйтә. Ошонан һуң Б. шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлай. Ғинуарҙа уның телефонына “Уралсиб” банкына бирәсәгегеҙ бар тигән смс-хәбәрҙәр килә, ләкин был банктан кредит алғаны булмағас, Б. артыҡ әһәмиәт бирмәй.
20 ғинуарҙа банктан шылтыратып, Б.-ның бирәсәге булыуын, уның исеменә 339130 һум кредит алынып, билдәһеҙ банк счетына күсерелгәнен әйтәләр.
Район эске эштәр бүлеге иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрҙе әйтмәгеҙ. Банк, МФЦ, дәүләт хеҙмәттәре һәм башҡа ойошма хеҙмәткәре тип шылтыратһалар (шул иҫәптән “WhatsApp”, “Telegram”, “Viber” һәм башҡа мессенджерҙар аша), артабан һөйләшмәгеҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, улар менән шәхси номерҙары буйынса бәйләнешкә инегеҙ. Шикле ссылкалар буйынса һәм тикшерелмәгән сайттарға үтмәгеҙ. Тик шулай итеп, берлектәге тырышлыҡ менән генә яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы, коллегаларыбыҙҙы был бәләнән араларбыҙ.
Бындай һәр осраҡ тураһында кисекмәҫтән полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итегеҙ. Рәсәй ЭЭМ-ының Ғафури районы буйынса бүлегенең дежур часы телефоны: (34740) 2- 12-02.
Раян МӨХӘМӘТШИН,
бүлек начальнигы, полиция подполковнигы.