

Быйыл республикала мировой судьялар институты үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса Өлкән мировой судья, Ғафури районы буйынса 2-се суд участкаһы мировой судьяһы Рөстәм Тәлғәт улы ӘМИРХАНОВ менән әңгәмәләштек.
-Рөстәм Тәлғәт улы, мировой судья эшенең төп ҡатмарлылығы нимәлә?
- Судья эше ҡатмарлы, күп яҡлы һәм психологик яҡтан бик ауыр. Судья законлы, ғәҙел ҡарар һәм сифатлы эш көтөп, яҡлау һорап килгән граждандар һәм дәүләт алдында яуап бирә.
- Һеҙҙең компетенцияла ниндәй эштәр бар? Мировой судьялар тар белгестәр булып торамы?
- Мировой судьялар универсаль белгестәр булып тора, сөнки улар төрлө категориялы эштәрҙе, шул иҫәптән административ, гражданлыҡ һәм енәйәт эштәрен ҡарай. Был эштәр һәр кемгә ҡағылырға мөмкин. Бында күршеләр араһындағы конфликттар, айырылышыу ваҡытында мөлкәтте бүлеү, штрафтар, алименттар, ҡулланыусылар бәхәстәре, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау ҙа булырға мөмкин. Ғафури районында һәр мировой судья йылына уртаса 600-гә яҡын административ, 3000-гә яҡын гражданлыҡ һәм 40-ҡа яҡын енәйәт эшен ҡарай. Мировой судьялар халыҡ иҫәбенән төҙөлгән суд участкалары сиктәрендә эшләй - беҙҙең республикала бер мировой судьяға 15 меңдән 23 меңгә тиклем урындағы халыҡ тура килә. Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы бу-йынса 2-се суд участкаһы 2002 йылда ойошторолған.
Бала саҡ һүрәтенән мантияға тиклем
- Һеҙ бала саҡтан уҡ мантия тураһында хыялландығыҙмы, әллә һөнәрегеҙгә юл башҡамы?
- Үҫмер сағымда судья булып эшләү тураһында уйламаным да. Балалар баҡсаһында “һөнәрем буйынса кем булырға теләйем” һүрәтен эшләгәндә милиция хеҙмәткәре һүрәтен төшөрҙөм. Мәктәп йылдарынан автослесарь булырға һәм автомобилдәрҙе ремонтларға хыялландым. Артабан, Республика кадет корпусы мәктәп-интернатында уҡығанда, мин ҡотҡарыусы булырға йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләп, кешеләргә ярҙам итергә хыялландым. РКШИ-ны тамамлағандан һуң махсуслаштырылған университеттарға уҡырға инергә тырышһам да, һаулыҡ торошо буйынса уҡырға алманылар. Автослесарь булам тип, бер юлы документтарымды техникумға тапшырҙым, ә атай-әсәйем документтарымды Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына тапшырырға күндерҙе. Шулай килеп сыҡты, институтҡа инеү имтихандарын Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса икенсе һөҙөмтә менән бик яҡшы тапшырҙым, шуға күрә институтҡа инергә һәм юғары белем алырға ҡарар иттем.
- Уҡыған ваҡытта һеҙгә нимә оҡшаны һәм практик эшмәкәрлегегеҙ нисек башланды?
- Уҡыған сағымда гражданлыҡ хоҡуғын бик яраттым. Уҡып йөрөгәндә үк шәхси эшҡыуарға юрист булып эшкә урынлаштым. Минең бурыстарыма граждандарға консультация биреү һәм гражданлыҡ һәм административ эштәр буйынса судта уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау инә ине.
Судья һөнәренең психологияһы һәм этикаһы
- Кешеләргә кәңәш биреү генә түгел, ә уларҙы хөкөм итергә теләүегеҙҙе ҡасан аңланығыҙ? Һеҙҙең стажығыҙ күпме?
- Суд эшмәкәрлеге тураһында уй университетты тамамлағандан һуң тыуҙы. Яҙмыш мине Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш район-ара суды менән бәйләне, унда 2012 йылдан 2020 йылға тиклем төрлө вазифаларҙа эшләнем, шул иҫәптән консультант, администратор, судья ярҙамсыһы, суд рәйесе ярҙамсыһы булып. 2020 йылдың ғинуарынан Ғафури районы буйынса 2-се суд участкаһының мировой судьяһы итеп һайландым. Суд системаһында дөйөм стажым - 14 йыл.
- Тәжрибәгеҙ ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәме? Бер яҡтың ҡәнәғәт булмауын белеп, хөкөмдө иғлан итеү еңелме?
- Эйе, тупланған тәжрибә, һис шикһеҙ, ярҙам итә. Мировой судья, федераль судья кеүек үк, ғәҙеллек юллап, һуңғы ҡарар ҡабул итә, ул кешеләрҙең яҙмышына йоғонто яһай. Ҡайһы берҙә гражданлыҡ эше буйынса ҡарар сығарыу еңел түгел, хатта ул ап-асыҡ булһа ла. Ҡағиҙә булараҡ, бер яҡта ла йөҙ процент дөрөҫлөк юҡ. Суд залынан сыҡҡанда яҡтарҙың береһе һәр ваҡыт ризаһыҙлыҡ белдерәсәк. Әммә был ижтимағи донъя тәртибе, уны тейешле бер хәл итеп ҡабул итергә кәрәк. Закон ҡаты, әммә ул закон!
- Көн һайын башҡаларҙың бәләһе менән осрашҡанда нисек кешелекле һәм ғәҙел булып ҡалырға?
- Кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, уларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын аңлатыу бик мөһим. Һәр эште эмоцио-наль яҡтан кисереү мөмкин түгел, әммә күңелде тупаҫландырырға ла ярамай. Судья, һин дөрөҫ һәм законға ярашлы эш итәһең, тигән эске инанысты үҫтерергә өйрәнә.
- Судья өсөн суд стеналарынан тыш тормош бар тип әйтергә мөмкинме?
- Судья - ул бөтөнләй һөнәр түгел һәм, моғайын, хатта призвание ла түгел, ә йәшәү рәүеше. Беҙҙә бар нәмә лә эшкә буйһона. Һөнәри этика хатта көндәлек тормошта ла судья статусын оноторға мөмкинлек бирмәй.
- Ултырыш барышында яҡтар йыш ҡына үҙ-ара килешеп өлгөрәме?
- Граждандар эштәре буйынса бәхәстәрҙең 10 проценттан аҙы килешеү менән тамамлана. Бәләкәй һәм уртаса ауырлыҡтағы енәйәт эштәре буйынса яҡтарҙың килешеүе менән бәйле уларҙы туҡтатыу мөмкинлеге ҡаралған. Был мировой судьялар ҡараған бөтә енәйәттәр составына ҡағыла, элек хөкөм ителгәндәрҙән башҡа.
- Суд бинаһында процеста ҡатнашыусыларҙың тәртибе үҙгәрәме?
- Судҡа килгәс, кешеләр бер аҙ башҡасараҡ эш итә. Процесс закон менән ҡәтғи регламентланған процедура булып тора. Судтағы мөхит үҙе үк кешеләрҙе тәртипкә өндәй. Шул уҡ ваҡытта күптәр судта ғына бер-береһе менән һөйләшә башлай.
Ҡаралған эштәр үҙенсәлектәре
- Бөгөн һеҙгә йыш осраған ниндәй эштәр менән шөғөлләнергә тура килә? Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың яңы төрҙәре барлыҡҡа килгәнме?
- Мировой судьяларҙың төп бурысы - кешеләргә ғәҙел хөкөмгә юлды еңеләйтеү. Граждандар эштәре буйынса йыш ҡына микрофинанс ойошмалары биргән заём килешеүҙәре менән бәйле бәхәстәрҙе ҡарарға тура килә. Билдәһеҙ кеше граждандарҙың идентификация мәғлүмәттәрен йәки зарарлы ҡушымтаны кредит алыу һәм иҫәпте бушатыу өсөн ҡулланған мутлашыу осраҡтары ла була. Шулай уҡ никахты өҙөү, алимент түләтеү тураһында эштәр күп. Шулай уҡ күп граждандар административ штрафтарҙы ваҡытында түләмәгән өсөн йәлеп ителә. Беҙҙә кешеләр ниңәлер ваҡытында түләргә яратмай, һөҙөмтәлә икеләтә түләйҙәр йәки мәжбүри эштәргә йәлеп ителәләр йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыналар. Енәйәт блогынан беҙ үлтереү менән янауҙы, тән йәрәхәттәре яһауҙы, башҡаларҙың мөлкәтен урлауҙы, торлаҡҡа законһыҙ үтеп инеүҙе, законһыҙ балыҡ тотоуҙы, һунар итеүҙе, урман ҡырҡыуҙы, мөлкәтте аңлы рәүештә юҡ итеүҙе ҡарайбыҙ.
- Профиль белемһеҙ ябай кешегә юристар ярҙамы алыу ҡулайлымы?
- Граждандар беҙҙең хеҙмәттәрҙән йышыраҡ файҙалана башланы. Һәр кем дәғүә ғаризаһын төҙөй алмай, бигерәк тә суд ултырышында уны яҡлай алмай. Бер тапҡыр ҙа ниндәй ҙә булһа юридик эшмәкәрлек йәки суд менән осрашмаған кеше, минеңсә, суд процесында компетентһыҙ.
- Бөгөн Красноусол ауылында мировой судьялар ниндәй шарттарҙа эшләй?
- Эш шарттары яҡшы. Бина ауыл үҙәгендә урынлашҡан, был граждандар һәм ойошмалар өсөн уңайлы. Һәр судьяның үҙ кабинеты бар, ул кәңәшмә бүлмәһе лә булып тора, суд ултырыштары өсөн уңайлы зал бар. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетына рәхмәт әйтергә кәрәк, улар беҙҙең өсөн был бинаны төҙөкләндерҙе һәм капиталь ремонт эшләне. Мировой судьялар аппаратының штаты юридик яҡтан грамоталы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырылған.
Дөйөм алғанда, беҙ үҙебеҙгә йөкмәтелгән функцияларҙы тулы күләмдә үтәргә тырышабыҙ. Беҙҙең бурысыбыҙ - ғәҙеллектең һәр кем өсөн мөмкин булыуын тәьмин итеү һәм судты халыҡҡа яҡынайтыу.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА әңгәмәләште.