+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2016, 20:13

Еңеүең менән, Никита!

25 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының урта һөнәри белем биреү кафедраһында "Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыуҙа студенттарҙың уҡыу-тикшеренеү һәм проект эшмәкәрлегенең һөнәри оҫталыҡта-рын формалаштырыу факторы” тигән темаға республика фәнни-практик конференция уҙҙы.

Унда республиканың һөнәри белем биреү ойошмалары педагогтары һәм студенттары ҡатнашты. Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында белем алыусы 2-се курс студенты Никита Хуголь (етәксеһе – Й.Р.Әбделмәнова) "Бөйөк Ватан һуғышында Ғафури районының өлөшө” тигән темаға проект эше яҡлап, 1-се урынға лайыҡ булды.
Никитаны оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, уҡыуында ҙур уңыштар, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Читайте нас: