+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Декабрь 2016, 21:21

Аң-белемгә өндәүсегә арналды

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 185 йыл

Мәктәптең 9 ”А” һәм 10 ”Б” класс уҡыусылары менән башта дәрес-сәйәхәт
ойошторолдо. Унда мәғрифәтсенең тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. Көслө рухлы шағир ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмай, үҙенә ҡыйын ваҡыттарҙа ла халҡына аң-белем таратыу менән шөғөлләнә. Уҡыусылар был хаҡта ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Артабан уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Әйтергә кәрәк, викторинаға бик етди әҙерләнгәндәр. Айырыуса Алһыу Халиҡова, Гөлназ Вәлиева, Элина Айытова, Нурзиә Әбделғужина үҙҙәренең Мифтахетдин Аҡмулла тураһында төплө белеүҙәрен күрһәтте.
Шулай уҡ 7”Б” класы уҡыусылары ла Аҡмулланың юбилейына арналған саранан ситтә ҡалманы. Миләүшә Табулдина мәғрифәтсенең биографияһын бик матур итеп һөйләп ишеттерһә, Жәлил Шәрипов иһә слайд эшләгән. Ошо кластан Айгиз Рәжәпов, Илдар Нәзиров, Марсель Вәлиев, Ҡәҙриә Ғәлимова Аҡмулланың шиғырҙарын тасуири итеп һөйләп ишеттерҙеләр. Ғөмүмән, Аҡмулланың юбилейына арналған саралар мәктәбебеҙҙә бик матур үтте һәм уҡыусылар мәғрифәтсебеҙ тураһында тағы ла күберәк белеп ҡалды. Мәктәптәге сараларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Фәрзәнә Шәрәфетдинова менән ошо юлдарҙың авторы әҙерләне.
Альфира ҒӘЛИУЛЛИНА,
Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: